Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 5:13 - Изге Яҙма

13 Шул рәүешле ҡаһин ҡорбан килтереүсене ул ҡылған гонаһтан паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше ярлыҡаныр. Ҡалған он, икмәк саҙаҡаһындағы һымаҡ уҡ, ҡаһинға булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Шул рәүешле ҡаһин ҡорбан килтереүсене ул ҡылған гонаһтан паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше ярлыҡаныр. Ҡалған он, икмәк саҙаҡаһындағы һымаҡ уҡ, ҡаһинға булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Шул рәүешле ҡаһин ҡорбан килтереүсене ул ҡылған гонаһтан паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше ярлыҡаныр. Ҡалған он, икмәк саҙаҡаһындағы һымаҡ уҡ, ҡаһинға булыр.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 5:13
16 Referencias Cruzadas  

Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны иһә Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.


Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Алла йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме?


Халҡымдың гонаһтары ҡаһиндарҙың ризығы булды, Улар кешенең яман ҡылығын теләп тора.


Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем.


Ҡаһиндар нәҫеленән булған һәр ир заты был ҡорбанды ашай ала. Уны изге урында ашарға кәрәк, сөнки ул изгеләрҙән-изге.


һәм, ҡылған ғәйебенә күрә, гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә – килтерһен. Шул рәүешле ҡаһин гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, уны гонаһынан паклар.


Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Гонаһ ҡорбаны булған башмаҡ менән нисек эшләнгән, был башмаҡ менән дә шулай эшләнһен. Шул рәүешле ҡаһин халыҡ өсөн паклау йолаһын башҡарыр һәм улар ярлыҡаныр.


Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.


Йәки берәү уйлап тормайынса яҡшылыҡ йәки яманлыҡ ҡылырға ант итһә һәм бының уйламайынса әйтелгәнен һуңынан ғына аңлаһа, был кеше ғәйепле була.


Әгәр ҙә кеше ошо эштәрҙең береһендә ғәйепле булһа, ул үҙенең гонаһын таныһын


Бынан һуң ҡаһин икенсе ҡошто, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ҡағиҙәгә ярашлы ғәмәл ҡылыр. Шул рәүешле ҡаһин, гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, ул кешене ҡылған гонаһынан паклар һәм был кеше ярлыҡаныр.


Уны ҡаһинға бирһен. Ҡаһин, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа, усаҡта, Раббы өсөн ут ҡорбандары өҫтөндә яндырыр. Был – гонаһ ҡорбаны.


Раббы Мусаға былай тине:


Был кеше изге әйбер өсөн түләргә һәм, хаҡының биштән бер өлөшө тиклем өҫтәп, уны ҡаһинға бирергә тейеш. Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны итеп килтерелгән тәкә менән был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios