Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 4:15 - Изге Яҙма

15 Халыҡтың аҡһаҡалдары Раббы ҡаршыһында ҡулдарын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм башмаҡты Раббы хозурында салһын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Халыҡтың аҡһаҡалдары Раббы ҡаршыһында ҡулдарын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм башмаҡты Раббы хозурында салһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Халыҡтың аҡһаҡалдары Раббы ҡаршыһында ҡулдарын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм башмаҡты Раббы хозурында салһын.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 4:15
16 Referencias Cruzadas  

Ҡулын тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерелгән малдың башына ҡуйһын; шунда Раббы, ул кешене гонаһынан паклар өсөн, был ҡорбанды ҡабул итер.


Раббы, болот эсендә килеп, Муса менән һөйләште, ундағы Рухтан бер өлөштө алып, етмеш аҡһаҡалға өләште. Рухтан илһамланып, улар пәйғәмбәрлек итә башланы, ләкин аҙаҡ туҡтаны.


Раббы Мусаға былай тине: – Миңә Исраил аҡһаҡалдарынан үҙең халыҡ араһында етәксе һәм түрә булараҡ белгән етмеш ир-уҙаманды Миңә йый ҙа Осрашыу сатырына алып кил, улар һинең яныңда торһон.


Левиҙәрҙе Раббы ҡаршыһына килтер ҙә исраилдар уларҙың башына ҡулдарын һалһын.


Ике ҡулын тәкәнең башына ҡуйһын һәм Исраил халҡының бөтә ғәйептәрен, енәйәттәрен – барлыҡ гонаһтарын танып һөйләһен дә, шул гонаһтарҙы тәкәнең башына йөкмәһен. Шунан был эш өсөн тәғәйенләнгән берәй кеше оҙатыуында тәкәне сүлгә ебәрер.


Шунан Муса икенсе тәкәне алып килде. Быныһы ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһының тәкәһе ине. Һарун менән улдары ҡулдарын тәкәнең башына ҡуйҙы.


Шунан гонаһ ҡорбаны булған үгеҙҙе килтерҙе. Һарун менән улдары ҡулдарын үгеҙҙең башына ҡуйҙы.


Башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына Раббы хозурына алып килһен. Ҡулын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм уны Раббы ҡаршыһында салһын.


Шунан Муса, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы тауға менде


Раббы Мусаға: – Һин үҙең, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы яныма менегеҙ ҙә алыҫтан ғына Миңә сәждә ҡылығыҙ, – тине. –


Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен.


Мәсехләнгән ҡаһин башмаҡтың ҡанын Осрашыу сатырына алып инһен.


Шунан һуң Муса тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡ тәкәһен алып килде. Һарун менән улдары ҡулдарын тәкәнең башына ҡуйҙы.


Левиҙәр ҡулдарын башмаҡтарҙың башына һалһын. Артабан левиҙәрҙе пакландырыу өсөн бер башмаҡты – гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға килтер.


Шунан һуң батша һәм йыйылған халыҡ алдына гонаһ өсөн ҡорбан ителәсәк кәзә тәкәләрен килтерәләр. Тегеләр ҡулдарын тәкәләр өҫтөнә ҡуя.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios