Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 3:8 - Изге Яҙма

8 Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 3:8
17 Referencias Cruzadas  

Ҡорбан килтереүсе башмаҡты Раббы хозурында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар, башмаҡтың ҡанын алып, Осрашыу сатыры ауыҙы эргәһендәге ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Уның яралары һеҙгә сихәт бирҙе.


Беҙ Мәсихтә Уға инаныуыбыҙ аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ.


Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыр юлыбыҙ бар.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсихтә Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте.


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Ҡулын тәкәнең башына ҡуйып, уны Раббы хозурында – тотош яндырыу ҡорбандарын сала торған урында, Раббы ҡаршыһында боғаҙлар. Был – гонаһ ҡорбаны.


Халыҡтың аҡһаҡалдары Раббы ҡаршыһында ҡулдарын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм башмаҡты Раббы хозурында салһын.


Башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына Раббы хозурына алып килһен. Ҡулын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм уны Раббы ҡаршыһында салһын.


ҡулын уның башына ҡуйһын, шунан Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Ҡорбан килтереүсе уны ҡорбан усағының төньяғында, Раббы хозурында салһын. Ә Һарун улдары, ҡаһиндар, уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Ҡулын тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерелгән малдың башына ҡуйһын; шунда Раббы, ул кешене гонаһынан паклар өсөн, был ҡорбанды ҡабул итер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios