Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 26:26 - Изге Яҙма

26 Һеҙҙе туйындырған ризыҡты юҡ итермен. Икмәгегеҙҙе ун ҡатын бер мейестә бешереп, үлсәп бирер – ашарһығыҙ, әммә туя алмаҫһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Һеҙҙе туйындырған ризыҡты юҡ итәсәкмен. Икмәгегеҙҙе ун ҡатын бер мейестә бешереп, үлсәп бирер – ашарһығыҙ, әммә туя алмаҫһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Һеҙҙе туйындырған ризыҡты юҡ итермен. Икмәгегеҙҙе ун ҡатын бер мейестә бешереп, үлсәп бирер – ашарһығыҙ, әммә туя алмаҫһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 26:26
17 Referencias Cruzadas  

Ҡорһаҡ тултырып ашарһың, туймаҫһың, Ҡарының гелән ас ҡалыр; Байлыҡ йыйырһың, һаҡлай алмаҫһың, Ҡалғанына ҡылыс йүнәлтермен.


Инде Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә һәр төрлө ярҙамды туҡтатасаҡ: Икмәк менән һыуҙы,


Һеҙҙе һәләк итер өсөн өҫтөгөҙгә аслыҡтың аяуһыҙ уҡтарын ебәрәсәкмен. Арағыҙҙа ҡытлыҡты көсәйтәсәкмен, ризыҡ менән тәьмин итеүгә сик ҡуясаҡмын.


Улар тупламда Муса менән Һарундан, Раббының изге ҡаһинынан, көнләштеләр,


Күп сәсәһегеҙ – аҙ ураһығыҙ, Ашайһығыҙ, әммә туймайһығыҙ, Эсәһегеҙ – һыуһынығыҙ ҡанмай, Кейенәһегеҙ ҙә, йылынмайһығыҙ, Эшләйһегеҙ, әммә янсығығыҙ тишек».


– Эй әҙәм улы, әгәр ҙә берәй ил, Миңә булған тоғролоғон онотоп, гонаһ ҡылһа, Мин, уға ҡаршы ҡулымды күтәреп, ризыҡҡа сик ҡуйһам, уға аслыҡ ебәрһәм һәм кешеләрен, мал-тыуарын һәләк итә башлаһам,


Йәнә Ул миңә: – Эй әҙәм улы, бына Мин Йәрүсәлимдәге ризыҡҡа сик ҡуям. Үлсәүле генә икмәкте хәүефләнеп ашарҙар, үлсәүле генә һыуҙы ҡурҡыу эсендә эсерҙәр, – тине. –


Уңын киҫерҙәр ҙә ас ҡалырҙар, Һулын ашарҙар – туймаҫтар; Һәр кем үҙ яҡынын ашар.


Ашарҙар, ләкин туймаҫтар, Уйнаш итерҙәр, ләкин тоҡом бирмәҫтәр, Сөнки улар Раббынан баш тартып, Аҙғынлыҡҡа хеҙмәт итә. Иҫке һәм яңы шарап йөрәктәрен биләне.


Бер көнлөк ризығың егерме шекел булырға тейеш. Уны көн һайын бер генә ваҡытта ашарһың.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


Ошоларҙың бөтәһенән һуң да тыңламайынса, Миңә ҡаршы барһағыҙ,


Ҡамау шул тиклем оҙаҡ булды ки, ҡалала ҡаты аслыҡ башланды, хатта бер ишәк башы һикһән шекел көмөшкә, сирек кав күгәрсен тиҙәге биш шекел көмөшкә һатыла ине.


Ун пар үгеҙ бер көн һөрә торған баҡсанан Тик бер бат шарап сығасаҡ, Сәселгән бер хомер орлоҡ Бер генә эфа уңыш бирәсәк».


Ризыҡ менән һыу наҡыҫлығы арҡаһында кешеләр бер-береһенә ҡото осоп ҡараясаҡ, гонаһтары эсендә ҡоро һөйәккә ҡалып үләсәк.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы Илде ялҡын һымаҡ өтөп алыр, Халыҡ ялҡынға ем булыр, Туған туғанын йәлләмәҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios