Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 24:2 - Изге Яҙма

2 – Исраил халҡына бойороҡ бир: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн, ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Исраил халҡына бойороҡ бир: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 – Исраил халҡына бойороҡ бир: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн, ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 24:2
27 Referencias Cruzadas  

«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.


Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ.


Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.


Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләр өсөн яҡтылыҡ булған.


Билдәрегеҙ быуылған, яҡтыртҡыстарығыҙ тоҡандырылған булһын.


Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк, беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.


Һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай балҡыһын, һәм шул мәлдә улар яҡшы ғәмәлдәрегеҙҙе күрер ҙә күктәге Атағыҙҙы данлар.


Ҡараңғылыҡта йәшәгән халыҡ бөйөк бер яҡтылыҡты күрҙе. Үлем күләгәһендә йәшәгән кешеләр өсөн нур балҡыны».


Унда Раббының Рухы – Аҡыл һәм зирәклек рухы, Өгөт-нәсихәт һәм ҡөҙрәт рухы, Раббыны белеү һәм Унан ҡурҡыу рухы булыр.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ, өгөт-нәсихәт иһә – нур, шелтә менән тәртип – тормошҡа юл.


Улар көн дә иртәле-кисле тотош яндырыу ҡорбандары яндыра, хуш еҫ төтәтә, пак өҫтәлгә изге икмәктәрҙе теҙеп һала, кис һайын алтын шәмдәлдең майшәмдәрен тоҡандыра, сөнки беҙ Аллабыҙ Раббының күрһәтмәләрен үтәйбеҙ, ә һеҙ Уны ташланығыҙ.


Шәмдәлде Осрашыу сатырына, өҫтәл ҡаршыһына, сатырҙың көньяғына ҡуйҙы.


саф алтындан эшләнгән шәмдәлде һәм уның өҫтөндә торорға тейешле майшәмдәрҙе, уның бөтә кәрәк-ярағын һәм шәм өсөн майҙы,


Раббы Мусаға былай тине:


Һарун майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында Килешеү һандығының пәрҙәһе тышында кистән алып иртәнсәккә тиклем һәр ваҡыт яныуын хәстәрләһен. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios