Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 23:21 - Изге Яҙма

21 Шул уҡ көндө изге йыйын иғлан итегеҙ һәм көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Шул уҡ көндө изге йыйын иғлан итегеҙ һәм көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Шул уҡ көндө изге йыйын иғлан итегеҙ һәм көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 23:21
14 Referencias Cruzadas  

– Исраилдарға Раббы тәғәйенләгән байрамдар тураһында иғлан ит: ул байрамдарҙа изге йыйындар саҡырылһын. Мин тәғәйенләгән байрамдар түбәндәгеләр:


Осрашыу сатырында бары тик левиҙәр хеҙмәт итһен һәм бөтә етешһеҙлек өсөн ғәйепте үҙҙәренә алһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Исраилдар араһында левиҙәрҙең ер биләмәһе булмаҫ.


Яңы уңыштан Аллағыҙға ҡорбан килтергән көнгә тиклем, уның икмәген дә, ҡурмасын да, сей башаҡ та ауыҙ итмәгеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Раббы тәғәйенләгән ваҡытта изге йыйын булараҡ иғлан ителәсәк байрамдар ошолар:


Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.


Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Тәүге көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.


Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.


Ҡаһин ике бәрәсте тәүге уңыш икмәге менән бергә Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен. Раббы өсөн изге булған был ҡорбандар – ҡаһиндыҡы.


Көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ, Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ.


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios