Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 22:9 - Изге Яҙма

9 Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып, үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып, үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 22:9
10 Referencias Cruzadas  

Осрашыу сатырына ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә.


Шулай эшләһәгеҙ, гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булмаҫһығыҙ. Иң яҡшы өлөштө бүлеп бирәһегеҙ икән, исраилдарҙың изге ҡорбандары нәжесләнмәҫ һәм һеҙ үлмәҫһегеҙ.


Бынан ары исраилдар Осрашыу сатырына яҡын килмәһен, юғиһә улар гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булыр һәм үлер.


Рөхсәте булмаған кеше ул ризыҡты ашмаһын, юғиһә, ғәйепле булып язаға тарттырылыр. Сөнки ул ризыҡтарҙы изге иткән Раббы Мин.


– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.


Алйоттар, һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: алтынмы әллә алтынды изге итеүсе Алла йортомо?


Һарун һумала-майҙарҙы Раббы ҡаршыһында ҡуҙға һалһын һәм хуш еҫле төтөн болото Килешеү һандығының ҡапҡасын ҡаплар. Шул саҡта Һарун үлмәҫ.


Бойороҡтарымды үтәгеҙ, һеҙгә тиклем йәшәгәндәрҙең әшәке йолаларын тотоп, үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.


Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios