Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 22:22 - Изге Яҙма

22 Һуҡыр, ғәрип, имгәнгән, яралы, ҡутырлы йәки тимрәүле булһа, ундайҙарҙы Раббыға алып килмәгеҙ; Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, ҡорбан усағына һалмағыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Һуҡыр, ғәрип, имгәнгән, яралы, ҡутырлы йәки тимрәүле булһа, ундайҙарҙы Раббыға алып килмәгеҙ; Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ ҡорбан усағына һалмағыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Һуҡыр, ғәрип, имгәнгән, яралы, ҡутырлы йәки тимрәүле булһа, ундайҙарҙы Раббыға алып килмәгеҙ; Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, ҡорбан усағына һалмағыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 22:22
9 Referencias Cruzadas  

Зәғиф мал килтермәгеҙ, сөнки бындай ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк.


Ҡорбанға тип һуҡыр мал килтереү золом түгелме ни? Ҡорбанға тип аҡһаҡ, ауырыу мал килтереү яҡшы эшме ни? Алып барып ҡара әле ошондайҙы түрәңә – мөрхәтһенерме ул? Илтифат күрһәтерме һиңә? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Һарун улдары уларҙы, ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып, тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырһын. Был – ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡорбан килтереүсе, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, татыулыҡ ҡорбанлығының эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Кем дә кем нәҙерен үтәп йәки нәфел буйынса Раббыға татыулыҡ ҡорбаны булараҡ эре йәки ваҡ мал килтерһә, ҡабул ҡылынһын өсөн, мал кәмселекһеҙ булырға тейеш. Бер ниндәй кәмселеге лә булмаһын.


Ағзалары иләмһеҙ оҙон йәки үтә ҡыҫҡа булған башмаҡты йәки һарыҡты нәфел ҡорбанына тәҡдим итергә мөмкин, нәҙерҙе үтәү өсөн булһа, ҡабул ителмәҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios