Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 21:15 - Изге Яҙма

15 Ул үҙенең халҡы араһында балаларын хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел. Уны изге ҡылыусы Раббы Мин.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Ул үҙенең халҡы араһында балаларын хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел. Уны изге ҡылыусы Раббы Мин.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Ул үҙенең халҡы араһында балаларын хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел. Уны изге ҡылыусы Раббы Мин.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 21:15
16 Referencias Cruzadas  

Сөнки иманһыҙ ирҙең – иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар.


Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа, ботаҡтары ла изге.


Раббы һеҙҙең тәнегеҙҙе лә, йәнегеҙҙе лә бер бөтөн итеп уҡмаштырманымы ни? Был бер бөтөндөң тәғәйенләнеше ниҙә? Ул Үҙе өсөн шәхсән бер тоҡом теләр ине. Шуға ла үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, берегеҙ ҙә йәшлектә өйләнгән ҡатынына хыянат итмәһен.


Йәһүҙә халҡы хыянат итте. Исраилда һәм Йәрүсәлимдә ерәнгес ғәмәлдәр ҡылына; Йәһүҙә кешеләре ят илаһтарға табынған ҡыҙҙарға өйләнеп, Раббы һөйгән Изге торлаҡты нәжесләне.


Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора.


Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә, таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар.


Уны изге тип белегеҙ, сөнки Аллағыҙға ризыҡты ул тәҡдим итә; ул һеҙҙең өсөн изге булһын, сөнки Мин, һеҙҙе изге итеп айырып алған Раббы, изгемен.


Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Алйоттар, һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: алтынмы әллә алтынды изге итеүсе Алла йортомо?


Ул тол йәки ире ташлаған ҡатынға, үҙен фәхешлек менән нәжесләгән ҡатынға өйләнмәһен, үҙ халҡынан саф ҡыҙ алһын.


Раббы Мусаға былай тине:


Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.


– Бөтә Исраил йәмғиәтенә иғлан ит, әйт уларға: изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббы изгемен.


Үҙегеҙҙе Миңә бағышлағыҙ, изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.


Рөхсәте булмаған кеше ул ризыҡты ашмаһын, юғиһә, ғәйепле булып язаға тарттырылыр. Сөнки ул ризыҡтарҙы изге иткән Раббы Мин.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios