Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 18:5 - Изге Яҙма

5 Минең күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә. Мин – Раббы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Минең күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә. Мин – Раббы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Минең күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә. Мин – Раббы.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 18:5
19 Referencias Cruzadas  

Муса ҡанунды үтәү аша килгән тәҡүәлек тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәгеҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә».


Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды бирҙем, ҡанун-ҡағиҙәләремде белдерҙем.


Ҡанун иһә иманға нигеҙләнмәгән, шуның өсөн «ҡанун талаптарын үтәгеҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә».


– Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тине Ғайса.


Әммә балалары ла Миңә ҡаршы баш күтәрҙе: уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәне, шәмбе көндәремде һанламаны. Шунда Мин сүлдә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.


Алла Мусаға былай тине: – Мин – Раббы.


Мин – Раббы, һүҙемә тоғромон, Шуға ла, Яҡуп нәҫеле, һеҙ иҫән ҡалдығыҙ.


Раббы Мусаға: – Мин – Раббы. Мысыр батшаһы фирғәүенгә әйткәндәремдең бөтәһен дә еткер, – тине.


– Ниңә һин Минән игелек тураһында һорайһың? Бары Берәү генә игелекле. Ә мәңгелек тормошҡа инергә теләһәң, Уның бойороҡтарын үтә, – тине Ғайса.


һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле бойороҡ минең үлемемә сәбәпсе булды,


Бер кем дә үҙенең ҡан туғаны менән енси мөнәсәбәткә инер өсөн уға яҡынаймаһын. Мин – Раббымын.


Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.


Һин уларҙы элекке кеүек ҡануның буйынса йәшәргә өгөтләнең, әммә улар, тәкәбберләнеп, бойороҡтарыңа иғтибар итмәне. Һинең ҡарар-хөкөмдәреңде үтәгән һәр кем йәшәү тапһа ла, уларға ҡаршы гонаһ ҡылдылар, тиҫкәреләнделәр, ҡарыштылар, буйһонорға теләмәнеләр.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


Минең ҡанундарыма күрә эш итә, Ҡағиҙәләремде ихлас тота – Шул тәҡүә кеше. Һис шикһеҙ, ул йәшәйәсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Һеҙ Аллағыҙ Раббыны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән яратһын һәм имен йәшәһен өсөн, Аллағыҙ Раббы һеҙҙең һәм тоҡомдарығыҙҙың йөрәген сөннәтләр.


Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios