Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 18:2 - Изге Яҙма

2 – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин Аллағыҙ Раббымын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин Аллағыҙ Раббымын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин Аллағыҙ Раббымын.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 18:2
16 Referencias Cruzadas  

Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ һәм изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ниндәй ҙә булһа йәнлек менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраилды һайлап алған көнөмдә, ҡулымды күтәреп, Яҡуп тоҡомона ант иттем, Мысыр ерендә уларға Үҙемде таныттым: „Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ!“ – тип ант иттем.


Үҙегеҙҙе Миңә бағышлағыҙ, изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.


Мин уларға, һәр берегеҙ бил бөккән ерәнгес һындарҙы алып быраҡтырһын, Мысырҙың боттары менән үҙен нәжесләмәһен, Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ, тинем.


Эй балалар, килегеҙ, мине тыңлағыҙ: Һеҙҙе Раббынан ҡурҡырға, Уны хөрмәтләргә өйрәтәйем.


Килмешәккә үҙегеҙҙең берегеҙ кеүек ҡарағыҙ. Уны үҙегеҙҙе яратҡан һымаҡ яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Баҡсағыҙҙағы йөҙөмдө лә тотош йыймағыҙ, ҡойолғандарын алмағыҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм мосафирҙарға ҡалдырығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Минең ҡағиҙәләремде үтәгеҙ, күрһәтмәләремде тотоғоҙ, шулар буйынса йәшәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Раббы Мусаға былай тине:


Бойороҡтарымды үтәгеҙ, һеҙгә тиклем йәшәгәндәрҙең әшәке йолаларын тотоп, үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.


Мин алдығыҙҙан ҡыуып ебәрәсәк халыҡтарҙың йолаларын тотмағыҙ, сөнки улар ошоларҙы ҡылды. Шуға күрә Мин уларға нәфрәтләндем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios