Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 15:5 - Изге Яҙма

5 Уның түшәгенә ҡағылған кеше кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Уның түшәгенә ҡағылған кеше кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Уның түшәгенә ҡағылған кеше кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 15:5
31 Referencias Cruzadas  

Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын; кискә тиклем нәжес һаналыр.


Үҙе үлгән йәки йыртҡыстан таланып үлгән йәнлекте ашаған һәр кем – ерле халыҡтанмы ул, килмешәкме – кейемен йыуһын, йыуынһын. Ул кискә тиклем нәжес булыр, шунан таҙа һаналыр.


Кәзә тәкәһен Ғазазелгә оҙатҡан кеше кейемен йыуып, үҙе йыуынғас, тупламға инә ала.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Һеҙҙе бөтә әшәкелектәрегеҙҙән, нәжестән ҡотҡарырмын. Бойҙайға бойороҡ бирермен һәм уңышығыҙҙы арттырырмын, башҡаса һеҙгә аслыҡ күрһәтмәм.


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағыма төшөрҙө: «Был ғәйебегеҙ үлгәнегеҙгә тиклем ғәфү ителмәҫ!» Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, әйтте быны.


Йыуынығыҙ, пакланығыҙ. Яман ғәмәлдәрегеҙҙе күҙ алымдан юҡ итегеҙ, Яуызлыҡ ҡылыуҙан ваз кисегеҙ.


Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села


Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған.


Шул саҡ уратып алған дошмандарыма ҡаршы Башымды юғары ҡалҡытырмын, Шатлыҡ ауаздары менән Сатырында ҡорбандар салырмын, Раббыны маҡтап көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын.


Нәжес кеше ҡағылған һәр нәмә нәжес булыр; ул әйберҙәргә ҡағылған кеше лә кискә тиклем нәжес һаналыр.


Тана көлөн йыйған кеше лә өҫтөндәге кейемдәрен йыуһын, ул да кискә тиклем нәжес һаналыр. Был исраилдарға ла, улар араһында йәшәгән килмешәктәргә лә мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Уларҙы яндырған кеше кейемен һәм тәнен йыуырға тейеш, шунан һуң ул тупламға инә ала.


Уң ҡулының бармағын һул усындағы майға манып, Раббы ҡаршыһында ете тапҡыр һирпһен.


Етенсе көндө ҡаһин ауыртҡан урынды ҡараһын. Яра таралмаған һәм тирегә уйылып тәрәнәймәгән булһа, ҡаһин был кешене таҙа тип иғлан итер. Ул кеше кейемен йыуыр ҙа таҙа һаналыр.


Ҡаһин уны етенсе көндө тағы ҡараһын. Әгәр яра уңала башлаған, тирегә йәйелмәгән икән, ҡаһин ул сирлене таҙа тип иғлан итер. Был бары тик ябай сабыртҡы ғына. Ул кеше кейемен йыуыр ҙа таҙа булыр.


Уларҙың берәйһенең үләкһәһе өҫтөнә төшкән һәр нәмә нәжес булыр: ағас һауытмы ул, кейемме, тиреме, тоҡмо – көнкүрештә ҡулланылған бөтә әйбер – нәжес һаналыр. Уларҙы һыуға һалып ҡуйығыҙ, кискә тиклем нәжес булырҙар, шунан таҙарырҙар.


Уларҙың үләкһәһенә тотонған һәр кем кейемен йыуырға тейеш. Был хайуандар һеҙҙең өсөн хәрәм.


Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар,


Ағынтыһы булған кеше ятҡан түшәк, ултырған әйбер – бөтәһе лә нәжес һаналыр.


Ағынтылы әҙәмдең урынына ултырған кеше лә кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр.


Был көндө Шаул бер нәмә лә өндәшмәне: «Моғайын, Дауыт берәй хәлгә юлыҡҡандыр. Эйе, шулайҙыр, ул үҙен нәжесләгәндер», – тип уйланы.


Һеҙҙе нәжесләйәсәк нәмәләр ошо. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем бысраҡ булыр.


Ир ҡатын менән ятһа һәм мәнейе аҡһа, икеһе лә йыуынһын. Улар кискә тиклем нәжес һаналыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios