Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 14:10 - Изге Яҙма

10 Һигеҙенсе көндө ул кеше кәмселеге булмаған ике тәкә һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы итеп зәйтүн майына буталған бер эфаның ундан өс өлөшө күләмендә сифатлы бойҙай оно һәм бер лог зәйтүн майы килтерһен.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Һигеҙенсе көндө ул кеше кәмселеге булмаған ике тәкә һарыҡ бәрәсе һәм бер бәрәс һарыҡ, икмәк саҙаҡаһына зәйтүн майына буталған бер эфаның ундан өлөшө тиклем зәйтүн майы килтерһен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Һигеҙенсе көндө ул кеше кәмселеге булмаған ике тәкә һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы итеп зәйтүн майына буталған бер эфаның ундан өс өлөшө күләмендә сифатлы бойҙай оно һәм бер лог зәйтүн майы килтерһен.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 14:10
26 Referencias Cruzadas  

Берәйһе Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтерһә, ҡорбаны иң яҡшы ондан булһын. Уға зәйтүн майы ҡойһон, хуш еҫле сайыр – ладан һалһын һәм


Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты: – Ҡаһинға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.


Ғайса уны: – Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.


Әгәр кеше ярлы булһа һәм быларҙы алырға хәленән килмәһә, пакланыу өсөн ғәйеп ҡорбаны булараҡ күтәреп күрһәтергә һарыҡтың бер тәкә бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы булараҡ зәйтүн майына бутап, ундан бер эфа иң яҡшы он, бер лог зәйтүн майы һәм, хәленән килгәнсә, береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы килтерһен.


Шунан һуң бер аҙ зәйтүн майы алып, уны үҙенең һул усына ҡойһон.


Шунан ҡаһин тәкә бәрәстәрҙең береһен бер лог май менән бергә ғәйеп ҡорбаны өсөн килтерһен дә, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен.


Мин – күктән төшкән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.


Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –


Былар менән бергә зәйтүн майына бутап, һәр башмаҡ менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, һәр һарыҡ тәкәһе менән – эфаның ундан ике өлөшө, ете бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ.


Ул Раббыға ҡорбан итеп яндырыу өсөн бер йәшлек кәмселекһеҙ тәкә бәрәс, гонаһ ҡорбаны итеп бер йәшлек кәмселекһеҙ орғасы бәрәс, татыулыҡ ҡорбаны итеп кәмселекһеҙ бер тәкә,


бәрәс менән бергә икмәк саҙаҡаһы итеп эфаның ундан ике өлөшө күләмендә зәйтүн майына буталған иң яҡшы он килтерегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Шулай уҡ, түкмә ҡорбан булараҡ, бер һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алып килегеҙ.


Һигеҙенсе көндө Муса Һарун менән улдарын һәм Исраил аҡһаҡалдарын саҡыртып алды.


Әгәр берәйһе гонаһ ҡорбаны итеп көтөүҙән һарыҡ бәрәсе алып килһә, ул кәмселекһеҙ орғасы мал булһын.


Икмәк саҙаҡаларыңдың барыһына ла тоҙ һал. Сөнки тоҙ – Алла менән һинең арала төҙөлгән килешеүҙең билдәһе. Бөтә икмәк саҙаҡаларыңды ла тоҙһоҙ ҡалдырма.


Раббыға килтерә торған икмәк саҙаҡаларының береһе лә әсеткеле ҡамырҙан бешерелмәһен, сөнки Раббыға ут ҡорбаны итеп әсетке лә, бал да яндырылырға тейеш түгел.


Әгәр берәйһе тотош яндырыу ҡорбанына ваҡ мал, һарыҡ йәки кәзә килтерһә, ҡорбаны кәмселекһеҙ тәкә булһын.


Беренсе һарыҡ менән бергә, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон һәм һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан тәҡдим ит.


Таҙарыныу йолаһын башҡарған ҡаһин таҙарынған кешене ошо әйберҙәре менән Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббы хозурына алып килһен.


Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;


Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios