Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 11:13 - Изге Яҙма

13 Ҡоштарҙың ошоларын ашарға ярамай, улар ерәнгес: бөркөт, таҙғара, диңгеҙ бөркөтө,

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Ҡоштарҙың ошоларын ашарға ярамай, улар ерәнгес: бөркөт, таҙғара, диңгеҙ бөркөтө,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Ҡоштарҙың ошоларын ашарға ярамай, улар ерәнгес: бөркөт, таҙғара, диңгеҙ бөркөтө,

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 11:13
18 Referencias Cruzadas  

Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр.


Аттары уның ҡапландан етеҙ, Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ. Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә Табышына ташланған бөркөттәй.


Борғо ҡысҡыртырға әҙерлән! Раббының йорто өҫтөндә Гүйә бөркөт өйөрөлә – Сөнки исраилдар Минең менән килешеүҙе боҙҙо, Минең ҡануныма ҡаршы сыҡты.


Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар.


Раббы былай ти: «Ҡара, дошман, бөркөт кеүек осоп, Моав өҫтөндә ҡанатын кирер.


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


Бына дошман болот һымаҡ күтәрелә, Яу арбалары ғәрәсәт кеүек килә; Аттары бөркөттән етеҙерәк. Ҡайғы беҙгә! Һәләк булдыҡ!


Ҡоҙғонға емтекте кем әҙерләй, Ҡошсоҡтары аслыҡтан бәлтерәп Аллаға ярҙам һорап ҡысҡырған саҡта?


Унда илткән юлды йыртҡыс ҡоштар белмәй, Ыласындың күҙе уны күрмәй.


Улар хәрәм һеҙҙең өсөн – итен ашамағыҙ, үләкһәләренән ерәнегеҙ.


Һыуҙа йәшәгән йөҙгөсһөҙ һәм тәңкәһеҙ бөтә йән эйәләре һеҙҙең өсөн ерәнгес булһын.


төйлөгән һәм ыласындың бөтә төрҙәре,


Башымды күтәреп ҡарағайным, ел сығарып төшөп килгән ике ҡатынды күрҙем. Уларҙың ҡауҙыныҡына оҡшаған ҡанаттары бар ине. Улар һауытты ер менән күк араһына күтәрҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios