Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Левиҙәр 10:17 - Изге Яҙма

17 – Ни өсөн һеҙ гонаһ ҡорбанын изге бер урында ашаманығыҙ? Ул бит изгеләрҙән-изге, һеҙгә йәмғиәттең ғәйебен йыуып ташлау һәм уларҙы Раббы ҡаршыһында гонаһтарынан паклау өсөн бирелгән.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

17 – Ни өсөн һеҙ гонаһ ҡорбанын изге бер урында ашаманығыҙ? Ул бит изгеләрҙән-изге, һеҙгә йәмғиәттең ғәйебен йыуып ташлау һәм уларҙы Раббы ҡаршыһында гонаһтарынан паклау өсөн бирелгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

Левиҙәр 10:17
15 Referencias Cruzadas  

Раббы Һарунға былай тине: – Изге урынға ҡағылышлы бөтә етешһеҙлектәр өсөн һин үҙең, улдарың һәм тотош атаң нәҫеле яуаплы. Ҡаһин вазифаһын үтәгәндәге етешһеҙлектәр өсөн фәҡәт һин һәм улдарың ғәйепле булыр.

Исраил халҡы Раббыға бағышлап изге ҡорбан-саҙаҡалар килтергәндә ғәйеп-хаталар ебәрһә, Һарун уларҙы үҙ өҫтөнә алыр. Был алтын табаҡса гелән Һарундың маңлайында булырға тейеш. Шул сағында был ҡорбан-саҙаҡаларҙы Раббы ҡабул итер.

Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Уның яралары һеҙгә сихәт бирҙе.

Мәсих тә, бик күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.

Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.

Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –

Рөхсәте булмаған кеше ул ризыҡты ашмаһын, юғиһә, ғәйепле булып язаға тарттырылыр. Сөнки ул ризыҡтарҙы изге иткән Раббы Мин.

Тәкә уларҙың ғәйептәрен үҙенең өҫтөндә кешеһеҙ ерҙәргә алып китер. Оҙатып барған кеше тәкәне сүлгә ебәргәндән һуң,

Осрашыу сатырына ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә.

Бындай кеше Алланың ризығы – Уға килтерелгән изгеләрҙән-изге һәм изге саҙаҡаларҙы ашай ала,

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios