Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 10:15 - Изге Яҙма

15 Саҙаҡа итеп килтерелгән ботто һәм күтәреп күрһәтелгән түш итен ут ҡорбанының эс майы менән бергә алып килеп, Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ күтәреп күрһәтһендәр. Раббының бойороғо буйынса, улар һиңә һәм балаларыңа мәңгелек өлөш булыр, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Саҙаҡа итеп килтерелгән ботто һәм күтәреп күрһәтелгән түш итен ут ҡорбанының майы менән бергә алып килеп Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ күтәреп күрһәтһендәр. Раббының бойороғо буйынса, улар һиңә һәм балаларыңа мәңгелек өлөш булыр, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Саҙаҡа итеп килтерелгән ботто һәм күтәреп күрһәтелгән түш итен ут ҡорбанының эс майы менән бергә алып килеп, Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ күтәреп күрһәтһендәр. Раббының бойороғо буйынса, улар һиңә һәм балаларыңа мәңгелек өлөш булыр, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 10:15
12 Referencias Cruzadas  

Исраил халҡының татыулыҡ ҡорбандарынан күтәреп һелкетелгән түш итен һәм саҙаҡа итеп килтерелгән ботто алам да Һарун ҡаһин менән уның улдарына Исраил халҡынан мәңгелек өлөш итеп бирәм.


Ибраһим йөҙтүбән ергә ҡапланды ла көлдө. Эстән генә: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» – тип уйланы.


Һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла мотлаҡ сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ.


Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.


Һарун менән уның улдарын ҡаһинлыҡҡа бағышлағанда ҡорбан ителгән һарыҡ тәкәһенең күтәреп күрһәтелгән түш итен һәм саҙаҡа итеп килтерелгән артҡы ботон – изгеләндер.


Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.


Исраилдарҙың ҡаһинға килтергән бөтә изге саҙаҡалары – ҡаһиндыҡы,


Исраил халҡы ҡорбан малының ошо өлөштәрен Һарунға һәм уның улдарына бирергә тейеш, сөнки был уларҙың мәңгелек өлөшө. Исраилдарҙың татыулыҡ ҡорбандарынан Раббыға саҙаҡа был.


Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны иһә Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios