Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 1:17 - Изге Яҙма

17 Ҡанаттарынан тотоп, ҡошто йыртһын, әммә икегә айырмаһын. Шунан уны ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Ҡанаттарынан тотоп, ҡошто йыртһын, әммә икегә айырмаһын. Шунан уны ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Ҡанаттарынан тотоп, ҡошто йыртһын, әммә икегә айырмаһын. Шунан уны ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 1:17
20 Referencias Cruzadas  

Ибрам әйтелгәндәрҙе алып килеп салды ла, һәр береһен урталайға бүлеп, киҫәктәрҙе бер-береһенә тәңгәлләп һалып ҡуйҙы; ҡоштарҙы ғына икегә бүлмәне.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп, Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә дусар ителде һәм аҡланыуыбыҙ өсөн үленән терелтелде.


Ғайса әсе шарапты татып ҡарағас: – Ғәмәлгә ашты! – тине лә башын эйеп йән бирҙе.


Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.


Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Үҙҙәре оятһыҙ маҡтаналар.


Уларҙы ҡаһинға алып килһен. Ҡаһин тәүҙә гонаһ ҡорбаны ғәмәлен башҡарыр: ҡоштоң муйынын бороп һындырыр, әммә башын өҙөп алмаҫ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Тотош яндырыу ҡорбанын тураҡлап, киҫәктәрен һәм башын бирҙеләр. Һарун уларҙы ҡорбан усағында яндырҙы.


Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Һарун улдары уларҙы, ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып, тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырһын. Был – ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Икмәк саҙаҡаһының йолаһы былай: Һарун улдары саҙаҡаны Раббы хозурына, ҡорбан усағы алдына килтерһен.


Эсәк-ҡарынын, тояҡтарын йыуып, тәкәне тулыһынса ҡорбан усағында яндырҙы. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ, ут ҡорбаны ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.


эре йәки ваҡ малдан ут ҡорбаны – тотош яндырыу ҡорбаны, әйткән нәҙерҙе үтәү өсөн, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән, йәки байрам уңайынан килтерелә торған ҡорбанды алып килегеҙ. Был ҡорбандарҙың хуш еҫе Раббыға күркәм булыр.


Иртәнге кеүек, шундай уҡ икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән икенсе бәрәсте кискеһен ҡорбан итеп килтерегеҙ – хуш еҫе Раббыға күркәм ут ҡорбаны ул.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios