Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хаваҡҡуҡ 1:7 - Изге Яҙма

7 Ҡурҡыныс та, шәфҡәтһеҙ ҙә улар, Был ҡәүем – үҙенә үҙе ҡанун һәм хаким.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ҡурҡыныс та, шәфҡәтһеҙ ҙә улар – был ҡәүем үҙенә үҙе ҡанун һәм хаким.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Ҡурҡыныс та, шәфҡәтһеҙ ҙә улар, Был ҡәүем – үҙенә үҙе ҡанун һәм хаким.

Ver Capítulo Copiar




Хаваҡҡуҡ 1:7
11 Referencias Cruzadas  

Диңгеҙ юлы менән, ҡамыш кәмәләрҙә, Был ил илселәр ебәрер. Барығыҙ, етеҙ илселәр, Йылғалар бүлгесләгән ул илгә, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүемгә, Һәр тарафҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер телдә һөйләшкән халыҡҡа, Көслө һәм баҫҡынсыл милләткә барығыҙ!


Шул саҡ йылғалар бүлгесләгән ил, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүем; Тирә-яҡҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер бер телдә һөйләшкән халыҡ; Көслө һәм баҫҡынсыл милләт Күк ғәскәрҙәре Раббыһына бүләк килтерер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының исеме төйәкләнгән урынға – Сион тауына килтерер уны.


Гел рәхәттә аман йәшәгән ҡыҙ, Эсеңдән генә: „Мин генә, минән башҡаһы юҡ; Бер ваҡытта ла тол ҡалмам, бала ҡайғыһы күрмәм“, – тигәйнең. Хәҙер инде тыңла.


Эй батша, һин төшөңдә бына нимә күрҙең: һинең алдыңда аяуһыҙ яҡты балҡыған мөһабәт бер һәйкәл тора, имеш, уның килбәте ҡот осорғос.


Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп, Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.


Һин Аллабыҙ Раббының янына барып Уның һөйләгәнен тыңла ла беҙгә еткер. Беҙ иһә тыңларбыҙ ҙа үтәрбеҙ».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios