Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хакимдар 7:3 - Изге Яҙма

3 Халыҡҡа иғлан ит: кем дә кем ҡурҡып ҡалтырай, Ғилғәд тауын ташлап ҡайтып китһен! Шунан егерме ике мең яугир ҡайтып китте, ун мең кеше ҡалды.

Ver Capítulo Copiar




Хакимдар 7:3
7 Referencias Cruzadas  

Шунан тағы: «Арағыҙҙа ҡурҡҡан һәм ғәйрәтен юғалтҡандар бармы? Өйөнә ҡайтһын, уға ҡарап, ҡәрҙәштәренең дә күңеленә ҡурҡыу төшмәһен», – тип әйтерҙәр.


Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ. Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә – саҡырылғандар, һайлап алынғандар һәм тоғролар.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


– Бына шулай: һуңғылар беренсе булыр, ә беренселәр һуңғы булыр, – тине Ғайса.


әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.


Менашше ырыуының бөтә ерҙәренә илселәр ебәрҙе, уларҙы ла эргәһенә йыйҙы. Шулай уҡ Ашер, Зевулун һәм Нафтали ырыуҙарына ла илселәр юлланылар. Улар ҙа Гидғонға килеп ҡушылды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios