Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хакимдар 2:2 - Изге Яҙма

2 ә һеҙ был илдә йәшәгән кешеләр менән килешеү төҙөмәгеҙ, уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ», – тинем. Ләкин һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ. Нисек шулай эшләй алдығыҙ һеҙ?

Ver Capítulo Copiar




Хакимдар 2:2
29 Referencias Cruzadas  

Ниңә унда-бында сабыулайһың, Юлыңды туҡтауһыҙ үҙгәртәһең? Ашшур һине нисек оятҡа ҡалдырған, Мысыр ҙа шулай хурлыҡҡа төшөрөр.


Раббы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар? Ниңә улар Минән алыҫлашты? Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар.


Инде ниңә Мысырға бараһың, Шихор һыуын эсергәме? Ни өсөн Ашшурға юл тотаһың, Евфрат һыуын эсергәме?


Исраилдарға ныҡ асыуланған Раббы былай тине: – Был халыҡ ата-бабалары менән Мин төҙөгән килешеүҙе боҙған һәм Мин әйткәндәрҙе тыңламаған өсөн,


Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.


– Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан.


– Нишләнең һин? – тине Раббы. – Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!


Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте, һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә һуң? Изге Яҙмала әйтелгәнсә:


Раббы Исраил халҡына бер пәйғәмбәр ебәрҙе. Пәйғәмбәр уларға былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һеҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡтым.


Фирғәүен Ибрамды үҙ янына саҡырып алды ла: – Ни эшләттең һин мине? Ниңә уның ҡатының икәнен әйтмәнең? – тине. –


– Һеҙҙең менән нисек килешеү төҙөй алайыҡ инде? – тип яуапланы исраилдар хиууиҙәргә. – Бәлки, һеҙ беҙҙең эргәбеҙҙә йәшәйһегеҙҙер?


Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».


Гидғон был алтындан эфод эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios