Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хакимдар 2:1 - Изге Яҙма

1 Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам,

Ver Capítulo Copiar




Хакимдар 2:1
41 Referencias Cruzadas  

шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Ҡара, Мин һинең алдан фәрештә ебәрәм, ул һине юлда һаҡлап йөрөтөр һәм һиңә тип әҙерләгән ергә алып барыр.


Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Шунан «миһырбан» тигән таяғымды алдым да, бөтә халыҡтар менән төҙөшкән килешеүемде юҡ итер өсөн, уны һындырҙым.


Исемең хаҡына беҙҙе инҡар итмә, Дан тәхетеңде хурлыҡҡа төшөрмә, Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңде иҫеңдә тот, Зинһар, килешеүеңде боҙма.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Бер ваҡыт был ҡатын алдында Раббы фәрештәһе пәйҙә булды һәм уға: – Бына һин биҙәүһең һәм балаларың юҡ, – тине. – Әммә ауырға ҡалып, малай табасаҡһың.


Шуға ла был урынды Бохим тип атанылар һәм шунда Раббыға ҡорбан килтерҙеләр.


– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –


Шулай итеп, Аллаң Раббының берҙән-бер Алла икәнен бел. Ул – тоғро Алла. Ул Үҙенең килешеүенә тоғро ҡалып, Үҙен яратҡандарға, Уның бойороҡтарын теүәл үтәгәндәргә меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтен күрһәтә.


Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы?


Ул ерҙе ҡырҡ көн ҡарап йөрөнөгөҙ, бер көнгә бер йыл хисабынан гонаһтарығыҙ өсөн ҡырҡ йыл яза күрерһегеҙ. Минең һеҙҙән баш тартыуымдың ни икәнен шунда аңларһығыҙ.


Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн, уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын.


– Һинең менән Үҙем барам һәм һиңә тыныслыҡ бирәм, – тип яуапланы Раббы.


Быға тиклем Исраил халҡы алдынан барған Алла фәрештәһе сафтың артына сыҡты. Болот бағанаһы ла алдан артҡа күсте.


Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ.


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


Үҙе менән һөйләшкән Раббыны Хәжәр: «Һин – Эл-Рои» – тип атаны. Сөнки: «Ысынлап та әле мине Күреүсене күрҙемме икән?» – тине.


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Раббы Исраил халҡына бер пәйғәмбәр ебәрҙе. Пәйғәмбәр уларға былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һеҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡтым.


Шул заманда Сорға ҡалаһында Дан ырыуынан Маноах тигән кеше йәшәй ине. Уның ҡатыны түлһеҙ булып, балалары юҡ ине.


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ!


Тауҙар бар булғандан әүәл, Ер менән донъяны яратҡаныңа тиклем, Мәңгелектән мәңгелеккә ҡәҙәр Алла – Һинһең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios