9 Шунан улар таулыҡтарҙа, Негевта һәм Шефелала йәшәгән ҡәнғәниҙәргә яу менән барҙы.
Шул заманда Йушағ барып Хевронда, Девирҙа һәм Ғанавта, Йәһүҙәнең һәм Исраилдың бөтә таулыҡтарында йәшәгән ғанаҡтарҙы тамырынан юҡ итте. Йушағ уларҙы һәм уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса ҡырып һалды.
Йушағ Ғәғлондан бөтә исраилдар менән бергә Хевронға ҡаршы күтәрелде һәм уға һөжүм итте.
Ибрам тағы юлға сыҡты һәм Негевҡа табан йүнәлде.
Йәһүҙә ырыуы Йәрүсәлимгә һөжүм итеп, уны алды, халҡын ҡылыстан үткәрҙе, ҡаланы яндырҙы.
Артабан Йәһүҙә ырыуы элекке исеме Ҡыръяҫ-Арбағ булған Хевронда йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итеп, Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы тар-мар итте.