10 Шул арҡала күк һеҙгә ысығын, Ер уңышын бирмәй.
Улар, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылған өсөн күк көпләнеп, ямғыр яумағанда, ошо урынға ҡарап доға ҡылһа, исемеңде атап ялбарһа, Һин уларҙы язалағанға күрә гонаһтарынан ваз кисһә,
Тиҫкәре тәкәбберлегегеҙҙе һындырырмын, күгегеҙ тимер, ерегеҙ баҡыр һымаҡ булыр.
Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.
Шуға күрә ураҡ мәле етһә, Игенемде, шарабымды тартып алам; Шәрә тәнен ҡаплар өсөн биргән Йөнөмдән, етенемдән яҙҙырам.
Күп сәсәһегеҙ – аҙ ураһығыҙ, Ашайһығыҙ, әммә туймайһығыҙ, Эсәһегеҙ – һыуһынығыҙ ҡанмай, Кейенәһегеҙ ҙә, йылынмайһығыҙ, Эшләйһегеҙ, әммә янсығығыҙ тишек».