2 Шаул Исраилдың өс мең ҡаһарман ир-егете менән Дауытты эҙләргә Зиф сүленә төштө.
Пелештиҙәрҙе ҡыуалап ҡайтҡандан һуң, Шаулға Дауыттың Ғейн-Геди янындағы сүлдә йәшенеп ятҡанын хәбәр иттеләр.
Кешене ғәйебе өсөн әрләп тәрбиәләйһең, Көйә ашағандай, ҡәҙерле әйберҙәрен юҡ итәһең. Ысынлап та әҙәм – бары тик бер һулыш ҡына. Села
Дауыт ошо һүҙҙәрҙе әйтеп бөтөүгә, Шаул: – Был һинең тауышың түгелме, Дауыт улым? – тип ҡысҡырҙы ла илап ебәрҙе.
Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.
Шаул бөтә Исраилдан өс мең һайланма яугир йыйып алып, тау кәзәләре генә йәшәй торған ҡаялар араһынан Дауыт менән уның кешеләрен эҙләргә сыҡты.