Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




І Батшалар 1:9 - Изге Яҙма

9 Бер көндө улар Шилола ашап-эскәндән һуң, Ханна урынынан торҙо. Ғәли ҡаһин Раббы йортоноң ишеге янында ултырғыста ултыра ине.

Ver Capítulo Copiar




І Батшалар 1:9
9 Referencias Cruzadas  

Алланың шәме әле һүнмәгәйне һәм Шемуил Раббы йортонда – Алланың Изге һандығы торған урында ята ине.


Уларға ғәмәлдәренә, Яуыз эштәренә күрә ҡайтар, Ҡулдары менән ҡылғандың әжерен бир, Үҙҙәре нимәгә лайыҡ, шуны ҡыл!


Ялған һөйләгәндәрҙе Һин юҡ итәһең; Ҡан ҡойоусы һәм мәкерлеләр Раббы өсөн ерәнгес.


Көндәрҙән бер көндө батша Наҫан пәйғәмбәргә: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Алла һандығы сатырҙа тора, – тине.


Шемуил иртәнгә тиклем ятты, шунан тороп Раббы йортоноң ишектәрен асты. Күргән күренмешен Ғәлигә һөйләргә ҡурҡты.


Йә Раббым, Һине саҡырҙым, Бөйөк Хакимыма мәрхәмәт һорап ялбарҙым:


хужа уны Алла хозурына килтерһен, шунда ишек янына йә ишек яңағына терәтеп баҫтырһын да ҡолаҡ япрағын беҙ менән тишһен. Шул саҡта ул хужаһына ғүмерлеккә ҡол булыр.


Күңелен хәсрәт баҫҡан ҡатын әрнеп илай-илай Раббыға ялбарҙы.


Ул Шилоға килеп ингәндә, Алланың һандығы өсөн күңеле хәүефләнгән Ғәли юл буйында ултырғыста ҡарап ултыра ине. Теге кеше ҡалаға инеп яу яланында булған хәлдәр хаҡында хәбәр һалғас, ҡала халҡы ҡысҡырып илаша башланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios