Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




І Батшалар 1:8 - Изге Яҙма

8 Ире Әлҡана иһә: – Ханна! – тиер ине. – Һин ниңә илайһың, нишләп ашамайһың? Ни өсөн шул тиклем өҙгөләнәһең? Мин һинең өсөн ун улдан да артығыраҡ түгелме ни?

Ver Capítulo Copiar




І Батшалар 1:8
11 Referencias Cruzadas  

Ул тормошоңдо яңыртыр, ҡартлығыңда үҙеңә терәк булыр! Уны бит һиңә ете улдан да артыҡ булған, һине яратҡан киленең табып бирҙе!


Раббы һине – ташланған, рухы һынған, Йәштән кейәүгә сығып, Һуңынан ситкә тибелгән ҡатынды саҡырған һымаҡ саҡыра.


Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә, Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж.


Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.


– Һеңлекәш, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса. Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап: – Әфәндем! Уны һин алып сыҡҡан булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин Уны алайым, – тине.


– Эй ҡатын! Ниңә илайһың? – тип һоранылар. – Хакимымды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм.


Улар ҡылыстары менән түгел, Һинең ҡеүәтең менән был ерҙе яулап алды. Үҙ ҡулдары түгел, Һинең уң ҡулың Уларға еңеү килтерҙе. Уларға йөҙөңдөң нурын сәстең, Сөнки уларҙы яраттың.


«Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Ҡыуаныстан ҡысҡыр! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, Шатлыҡтан йырла! Сөнки ташланған ҡатындың балалары Ирле ҡатындыҡынан күберәк булыр, – ти Раббы, –


– Хакимым, нишләп илайһың? – тип һораны Хазаил. – Һинең Исраил халҡына ниндәй яуызлыҡтар ҡыласағыңды беләм, – тине Ильясиғин. – Ҡәлғәләрен яндырасаҡһың, егеттәрен ҡылыстан үткәрәсәкһең, сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡлаясаҡһың, ауырлы ҡатындарының ҡарынын ярасаҡһың.


Раббы йортона барған һайын йылдың-йылы шулай була. Тегеһе уның йәненә тейә, быныһы илай, тамағына ашамай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios