Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 8:9 - Изге Яҙма

9 Хазаил бүләккә Дамасктағы иң яҡшы нәмәләрҙе һайлап алды ла, уларҙы ҡырҡ дөйәгә артмаҡлатып, Ильясиғинға юлланды. Уны осратҡас: – Ҡолоң Арам батшаһы Бен-Һадад сиренән ҡотолорға насип булырмы-юҡмы икәнен белешергә ебәрҙе, – тине.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 8:9
13 Referencias Cruzadas  

Әммә һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәнем. Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын.


Ахаз Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәргә: «Мин һинең ҡолоң һәм улыңмын. Зинһар, кил, миңә һөжүм иткән Арам менән Исраил батшалары ҡулынан ҡотҡар», – тип илселәр күндерҙе.


Ильясиғин үлемесле сир менән ауырып китте. Исраил батшаһы Йеһоаш уның янына килеп: – Атаҡайым минең, атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип һамаҡлап иланы.


Арам ғәскәрен күргәс, Исраил батшаһы Ильясиғиндан: – Атаҡай, уларҙы үлтерәйемме? – тип һораны.


Ярандары иһә артынан эйәреп: – Хакимыбыҙ, әгәр пәйғәмбәр һиңә берәй ҡыйын нәмә ҡушһа, үтәмәҫ инеңме ни? Ә ул һиңә: «Йыуын да таҙарынырһың», – тип кенә әйтте, – тинеләр.


Батша уға: – Бар, әлбиттә, мин Исраил батшаһына хат яҙып бирермен, – тип яуапланы. Нағаман ун талант көмөш, алты мең шекел алтын, ун алмаш кейем алды ла юлға сыҡты.


– Килгән юлыңдан кире борол, Дамаск янындағы сүлгә бар. Унда барғас, Хазаилды Арамға батша итеп мәсехлә.


Быны хеҙмәтселәреңдән дә һорай алаһың, улар һиңә әйтер. Егеттәремә яҡты йөҙ күрһәт, сөнки ырыҫлы мәлеңдә килдек. Ҡолдарыңа һәм улың Дауытҡа ҡулыңдан килгәнде бир», – тип әйтегеҙ, – тине.


Шаул хеҙмәтсеһенә: – Барырбыҙ, тик уға нимә бирербеҙ һуң? Моҡсайыбыҙҙа икмәгебеҙ ҙә бөттө. Алла бәндәһенә бирерлек күстәнәсебеҙ ҙә юҡ. Нимәбеҙ ҡалды һуң? – тип һораны.


Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:


Уға ун икмәк, ҡабартма, бер сүлмәк бал ал. Ул һиңә балаға ни буласағын әйтер, – тине.


Исраил батшаһы Ахазъяһ, Самариялағы һарайының өҫкө ҡатындағы бүлмәһенең тәҙрә рәшәткәһенән ҡолап, бик ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Ярандарын: – Барығыҙ, Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувтан белешеп ҡайтығыҙ, был ауырыуымдан һауыға алырмынмы? – тип йомошҡа ебәрҙе.


Эҙләр ваҡыт һәм юғалтыр ваҡыт, Һаҡлар ваҡыт һәм ташлар ваҡыт бар;


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios