Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 8:8 - Изге Яҙма

8 Батша Хазаил тигән кешегә: – Бүләк ал да Алла бәндәһенә ҡаршы сыҡ. Уның аша Раббынан һора: был сирҙән ҡотолорға насип булырмы миңә, юҡмы? – тине.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 8:8
11 Referencias Cruzadas  

Исраил батшаһы Ахазъяһ, Самариялағы һарайының өҫкө ҡатындағы бүлмәһенең тәҙрә рәшәткәһенән ҡолап, бик ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Ярандарын: – Барығыҙ, Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувтан белешеп ҡайтығыҙ, был ауырыуымдан һауыға алырмынмы? – тип йомошҡа ебәрҙе.


– Килгән юлыңдан кире борол, Дамаск янындағы сүлгә бар. Унда барғас, Хазаилды Арамға батша итеп мәсехлә.


Шаул хеҙмәтсеһенә: – Барырбыҙ, тик уға нимә бирербеҙ һуң? Моҡсайыбыҙҙа икмәгебеҙ ҙә бөттө. Алла бәндәһенә бирерлек күстәнәсебеҙ ҙә юҡ. Нимәбеҙ ҡалды һуң? – тип һораны.


Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты. – Әфәнделәрем! Ҡотолор өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.


Кемдер Унан: – Әфәндем, аҙҙар ғына ҡотолоп ҡалырмы икән ни? – тип һораны. Ғайса иһә ундағы кешеләргә былай тине:


Батша уға: – Бар, әлбиттә, мин Исраил батшаһына хат яҙып бирермен, – тип яуапланы. Нағаман ун талант көмөш, алты мең шекел алтын, ун алмаш кейем алды ла юлға сыҡты.


Улар былай тип яуапланы: – Бер кеше ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙгә: «Кире боролоғоҙ, һеҙҙе ебәргән батшаға ҡайтып әйтегеҙ, Раббы былай ти: „Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һин һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа ебәрәһең? Бына шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерҙе».


Бәғелгә табыныусыларҙы Хазаил үлтерә башлар. Хазаилдың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Йеһу, Йеһуҙың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Ильясиғин юҡ итер.


– Раббы: «Исраилда Алла булмағандай, һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа илселәр ебәрҙең. Шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үлерһең», – тип әйтә, – тип белдерҙе ул батшаға.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios