Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 8:12 - Изге Яҙма

12 – Хакимым, нишләп илайһың? – тип һораны Хазаил. – Һинең Исраил халҡына ниндәй яуызлыҡтар ҡыласағыңды беләм, – тине Ильясиғин. – Ҡәлғәләрен яндырасаҡһың, егеттәрен ҡылыстан үткәрәсәкһең, сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡлаясаҡһың, ауырлы ҡатындарының ҡарынын ярасаҡһың.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 8:12
19 Referencias Cruzadas  

Әммә ул да әсирлеккә төштө, Халҡы һөргөнгә ҡыуылды. Сабыйҙары урам саттарында киҫәктәргә тураҡланды, Аҡһөйәктәре, ҡол булып, йәрәбә аша бүленде, Вәзир-бәктәргә бығау һалынды.


Шул осорҙа Менахем, Тирсанан килеп, Тифсах ҡалаһында һәм уның тирә-яғында йәшәгән бөтә халыҡты ҡырҙы, сөнки Тифсах ҡалаһы уға ҡапҡаларын асмағайны. Менахем хатта ауырлы ҡатындарҙың ҡарындарын ярҙы.


Шул арҡала Раббының Исраилға асыуы ялҡынланды һәм уларҙы оҙаҡ ваҡытҡа Арам батшаһы Хазаил менән Хазаилдың улы Бен-Һададтың ҡулына тапшырҙы.


Шул осорҙа Арам батшаһы Хазаил Ғаҫ ҡалаһына һөжүм итеп, уны ҡулға төшөрҙө, унан Йәрүсәлимгә һөжүм итергә булды.


Раббы былай ти: «Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Биләмәләрен киңәйткән саҡта Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,


Күҙ алдында сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡларҙар, Йорттарын таларҙар, Ҡатындарын мәсхәрә итерҙәр.


Йеһоахаздың ғәскәрендә илле һыбайлы, ун яу арбаһы, ун мең йәйәүле яугир генә ҡалды. Башҡаларын Арам батшаһы аяҡ аҫтындағы тупраҡ кеүек тапап юҡ иткәйне.


Халҡың араһында буталыш башланыр, Нисек Шалман яу көнөндә Бейт-Арвелде емергән; Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған, Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр.


Уҡтары егеттәрҙе тишә атыр, Улар сабыйҙарҙы аяп тормаҫ. Күҙҙәре балаларға ҡыҙғанып баҡмаҫ».


– Эй хакимым, мин һинән бала һораныммы ни? – тине ҡатын. – Өмөтләндермә мине, зинһар, тип әйтмәнемме?


Хакимыма, Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен үлтерткән ваҡытта уларҙың йөҙөн, иллешәр-иллешәрҙән ике мәмерйәгә йәшергәнем, икмәк, һыу биреп торғаным хаҡында һөйләмәнеләрме ни?


Бәғелгә табыныусыларҙы Хазаил үлтерә башлар. Хазаилдың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Йеһу, Йеһуҙың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Ильясиғин юҡ итер.


Йеһоахаздың ғүмере буйына Арам батшаһы Хазаил исраилдарҙы иҙҙе.


Йәһүҙә батшаһы Йоаш үҙенә тиклем булған Йәһүҙә батшалары Йеһошафат, Йеһорам, Ахазъяһ һәм үҙе тарафынан ҡорамға бағышланған барлыҡ изге әйберҙәрҙе, Раббы ҡорамының һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә һаҡланған бөтә алтынды алып, Арам батшаһына ебәрҙе. Бынан һуң Хазаил Йәрүсәлимдән сигенде.


Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios