Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 8:10 - Изге Яҙма

10 – Ҡайтып уға: «Һауығаһың», тип әйт, тик Раббы миңә уның үләсәген белдерҙе, – тип яуапланы Ильясиғин.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 8:10
16 Referencias Cruzadas  

Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте.


Шунан Раббы миңә дүрт тимерсене күрһәтте.


Раббы Хаким миңә бына нимә күрһәтте: имеш, алдымда бешкән емеш тулы кәрзин тора.


Ул миңә тағы бер нәмә күрһәтте: бына Ул, бөйөк Хаким, текә диуар өҫтөндә тора, Уның ҡулында – ҡурғаш ауыртмаҡ.


Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды.


Раббы Хаким миңә шундай күренмеш иңдерҙе: бына батша өлөшөнә төшкән иген йыйылып, баҫыуҙар ҡабат йәшелләнә башлағас, Ул саранча тубы хасил итте.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.


Мин һөргөндәгеләргә Раббы күрһәткәндәрҙең барыһын да һөйләп бирҙем.


Ә инде уларға бирелеүҙән баш тартһаң, тыңла – Раббы миңә бына ниндәй күренмеш бирҙе:


– Раббы: «Исраилда Алла булмағандай, һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа илселәр ебәрҙең. Шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үлерһең», – тип әйтә, – тип белдерҙе ул батшаға.


Шуға күрә лә Раббы батшағыҙға: „Ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерә». Ильяс Раббы ҡушҡанды эшләне.


Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.


Шунан ул Йософҡа былай тине: – Быларҙы Алла һиңә асҡан икән, тимәк, һинән дә зирәгерәк һәм аҡыллыраҡ башҡа кеше юҡ.


тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios