Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 7:1 - Изге Яҙма

1 – Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. – Ул былай ти: «Иртәгә ошо ваҡытта Самарияның ҡапҡаһы янында бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатыласаҡ».

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 7:1
19 Referencias Cruzadas  

Йушағ халыҡҡа бойорҙо: – Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, сөнки Раббы иртәгә һеҙҙең алда мөғжизәләр ҡыласаҡ.


– Мин Исраил халҡының ризаһыҙлығын ишеттем. Әйт уларға: кистән ит ашарһығыҙ, иртәнсәк икмәк менән туҡланырһығыҙ. Шул сағында Минең Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ.


Шунан Ул миңә: – Был һөйәктәргә пәйғәмбәрлек ит, – тине. – Әйт уларға: «Эй ҡоро һөйәктәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Явеш илселәренә: – Ғилғәд Явешы халҡына, иртәгә көн ҡыҙыуына тиклем ҡотҡарыласаҡһығыҙ, тип әйтегеҙ, – тинеләр. Илселәр ҡайтып был хәбәрҙе еткергәс, Явеш халҡы шатланып китте.


Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!


Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын – Ул беҙгә биләмәгә һайланы. Села


Мин Үҙ халҡымды һинең халҡыңдан айырасаҡмын. Был хикмәт иртәгә булыр“».


Шунда Ишағыяһ былай тине: – Раббының әйткәненә ҡолаҡ һал.


Дүрт йән эйәһе араһынан уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым: – Бер үлсәм бойҙай өсөн – бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә – бер көнлөк эш хаҡы. Әммә зәйтүн майына һәм шарапҡа зыян итмә.


Бәғел-Шалишанан бер кеше Алла бәндәһенә тәүге уңыштан егерме арпа көлсәһе менән тоҡта башаҡтар алып килде. – Кешеләргә өләшеп бир, – тине Ильясиғин хеҙмәтсеһенә. – Ашаһындар.


– Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә был тиклем күмәк халыҡҡа ул нимә генә инде? – тине.


Ҡамау шул тиклем оҙаҡ булды ки, ҡалала ҡаты аслыҡ башланды, хатта бер ишәк башы һикһән шекел көмөшкә, сирек кав күгәрсен тиҙәге биш шекел көмөшкә һатыла ине.


Әйтеп тә бөтмәне, батша килеп тә етте. Ул: – Был бәлә-ҡазалар Раббынан бит. Инде ни өсөн миңә Уға өмөт бағларға? – тине.


Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!


Ә Михаяһ былай тине: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңла! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә, уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем.


Самария халҡы ҡаланан сығып, арамиҙар тупламын талай башланы. Әйбер шул тиклем күп ине, шуға күрә хас та Раббы әйткәнсә булды: бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатылды.


Шемуил Шаулға былай тине: – Раббы мине Үҙенең халҡы Исраилға һине батша итеп мәсехләргә ебәргәйне. Инде Раббының һүҙҙәрен тыңла.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios