Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 5:5 - Изге Яҙма

5 Батша уға: – Бар, әлбиттә, мин Исраил батшаһына хат яҙып бирермен, – тип яуапланы. Нағаман ун талант көмөш, алты мең шекел алтын, ун алмаш кейем алды ла юлға сыҡты.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 5:5
21 Referencias Cruzadas  

Шимшон уларға: – Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, – тине. – Әгәр ҙә һеҙ уны мәжлес барған ете көн эсендә сисһәгеҙ, мин һеҙгә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирермен.


«Бөгөн йәки иртәгә беҙ фәлән ҡалаға китербеҙ һәм, унда йыл буйы йәшәп, һатыу итербеҙ, табыш алырбыҙ», – тип һөйләүселәр, хәҙер һеҙ тыңлағыҙ.


Ә хәҙер һеҙгә баҡсам менән нимә ҡыласағымды белдерәм: Ҡоймаһын алып ырғытам – уны бөткәнсе йыйып алһындар. Диуарын емерәм – тапап бөтөрһөндәр.


Күңелемдән үҙ-үҙемә: «Әйҙә, мин һине уйын-көлкө менән һынайым, яҡшылыҡтың рәхәтен күр», – тинем. Әммә был да бары буш мәшәҡәт икән.


Бәғел-Шалишанан бер кеше Алла бәндәһенә тәүге уңыштан егерме арпа көлсәһе менән тоҡта башаҡтар алып килде. – Кешеләргә өләшеп бир, – тине Ильясиғин хеҙмәтсеһенә. – Ашаһындар.


Исраил батшаһы үҙенең ярандарына: – Ғилғәд Рамоҫының беҙҙеке икәнен беләһегеҙме? Нишләп беҙ бер нәмә лә эшләмәйбеҙ? Нишләп уны Арам батшаһының ҡулынан кире тартып алмайбыҙ? – тине.


– Әйҙә минең өйөмә барайыҡ, тамағыңа ашарһың, – тине батша Алла бәндәһенә. – Һиңә бүләк бирермен.


Моав менән Мидйән аҡһаҡалдары, ырым-сихыр өсөн түләү хаҡы алып, Билғамға килделәр һәм Балаҡтың һүҙҙәрен еткерҙеләр.


һәр береһенә өр-яңы кейем, Бинйәмингә өс йөҙ шекел көмөш һәм биш ҡат кейем бирҙе.


Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек. Береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!


Бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, балсыҡтан кирбес һуғайыҡ та уны утта яндырайыҡ, – тинеләр. Шулай итеп, улар таш урынына кирбес, ә эзбиз иҙмәһе урынына ер аҫтынан сыҡҡан ҡара ыҫмала ҡуллана башланы.


Нағаман, хакимы батшаға барып, Исраил ҡыҙының әйткәндәрен һөйләп бирҙе.


Ул килеп: «Был хат менән һиңә махау сиренән ҡотҡарыр өсөн ҡолом Нағаманды ебәрәм», – тип яҙылған хатты Исраил батшаһына тапшырҙы.


Бүләк биреү кешегә юл аса, бөйөктәр алдына алып бара.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios