Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 5:1 - Изге Яҙма

1 Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 5:1
20 Referencias Cruzadas  

Ильясиғин пәйғәмбәр ваҡытында Исраилда махау сире менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Нағамандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.


Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,


Яу көнөнә аттарҙы алдан әҙерләйҙәр, тик еңеүҙе бары Раббы ҡаҙандыра.


Мордехай батша һарайында ҡеүәтле кешегә әйләнде, шөһрәте бөтә өлкәләргә таралды. Мордехайҙың абруйы торған һайын арта барҙы.


Бары тик Аллабыҙ Раббының бойороғо буйынса, ғаммондар иленә – Яббоҡ ағымы буйындағы урындарға ла, таулыҡтағы ҡалаларға ла һөжүм итмәнегеҙ.


Йәһүд Мордехай дәүләттә Ахашверош батшанан ҡала икенсе кеше булды. Йәһүдтәрҙең иң бөйөгө булған, күп һанлы ырыуҙаштарының тәрән ихтирамын яулаған Мордехай үҙ халҡының именлеген ҡайғыртты, тоҡомоноң яҡлаусыһы булды.


Бер көндө Ильясиғин Шунем ҡалаһына килде. Шунда уны бер бай ҡатын өйөнә төшкө ашҡа алып ҡайтты. Бынан һуң, ҡасан ғына Шунемға барһа ла, пәйғәмбәр ризыҡ ейер өсөн ошонда инер булды.


Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине.


Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.


Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.


Был мәлдә ҡала ҡапҡаһы эргәһендә махау ауырыулы дүрт кеше ултыра ине. Улар бер-береһенә: – Нимә тип беҙ бында үлем көтөп ултырабыҙ?


Был гонаһ Йоавтың үҙ башына, уның бөтә нәҫел-нәсәбенә төшһөн! Йоав йортонда ирлек ағзаһынан гел генә ағынтыһы килеп торған, махау ауырыуына тарыған, таяҡҡа таянған, йәне ҡылыстан ҡыйылған, бер һыныҡ икмәккә мохтаж булған кешеләр өҙөлмәһен.


Шуға күрә Нағамандың махау сире мәңгелеккә һиңә һәм тоҡомоңа күсһен. Гехази пәйғәмбәр янынан ҡарҙай ағарып махау ауырыулы булып сыҡты.


Бер мәл арамиҙар Исраилға барымта менән барғанда, бәләкәй генә ҡыҙҙы әсиргә алғайны. Уны Нағамандың ҡатынына хеҙмәтселеккә бирҙеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios