9 Бер мәл ҡатын иренә: – Мин беләм, беҙгә йыш ҡына килеп йөрөгән был кеше изге бер Алла бәндәһе ул, – тине. –
– Инде белдем, һин Алла бәндәһе икәнһең! – тине ҡатын. – Ысынлап та ауыҙыңда Раббы һүҙе икән!
Ҡатын, Алла бәндәһенә барып, бөтәһен дә һөйләп бирҙе. – Бар, майҙы һатып, бурысыңды түлә, – тине пәйғәмбәр. – Ҡалғаны иһә улдарың менән йәшәргә етер.
ә ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылған, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғролоҡло булһын, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ.
Һеҙ иманлылар алдында үҙебеҙҙе ни тиклем изге, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.
Һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай балҡыһын, һәм шул мәлдә улар яҡшы ғәмәлдәрегеҙҙе күрер ҙә күктәге Атағыҙҙы данлар.
– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.
Ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр улар араһында Алла һүҙен ҡабул итергә теләмәүселәр булһа, һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күрһәләр, уларҙы иманға килергә һүҙһеҙ ҙә инандырып булыр ине.
Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.
Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырған бойороғон иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне.
Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.
Яровғам хуш еҫ төтәтмәк булып ҡорбан усағы янында торған саҡта, бер Алла бәндәһе Раббы ҡушыуы буйынса Йәһүҙәнән Бейт-Илгә килде.
Әммә бер Алла бәндәһе, уға килеп, былай ти: – Эй батша! Исраил ғәскәре һинең менән бармаһын, сөнки Раббы исраилдар менән, бөтә был әфраимдар менән түгел.