6 Ахыр сиктә улдарының береһенә: – Ҡана, тағы бир, – тигәйне, тегеһе: – Башҡа һауыт ҡалманы, – тип яуап ҡайтарҙы. Май шунда уҡ ағыуҙан туҡтаны.
Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар.
Алла бәндәһе Ильясиғин: – Биш-алты тапҡыр һуғырға кәрәк ине. Ул саҡта арамиҙарҙы тотош еңгән булыр инең. Хәҙер уларҙы өс тапҡыр ғына еңәсәкһең, – тип асыуланды.
Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышты, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтыра ине.
Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә: – Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине.
Бөтәһе лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ете кәрзингә тултырып ҡуйҙылар.
Кешеләрҙең ышанмауы арҡаһында, Ул бында мөғжизәләрҙе күп ҡылманы.
Ғайса уларҙың күҙҙәренә ҡағылды ла: – Ышаныуығыҙға күрә булһын, – тине.
Сөнки Исраил Аллаһы Раббы: «Тупраҡҡа ямғыр төшкәнгә тиклем тәпәндә он бөтмәҫ, көршәктә май кәмемәҫ», – тип белдерә.
Ошо ер биргән уңышты ашаған көндән башлап, майҙә башҡаса күренмәҫ булды. Бынан ары исраилдарҙың майҙәһе булманы – ул йылды халыҡ Ҡәнғән ере биргән уңыш менән туҡланды.
Ҡатын уның янынан ҡайтып китте. Улдары менән өйгә инеп, ишекте бикләнеләр. Улдары буш һауыттарҙы биреп торҙо, ҡатын уларҙы май менән тултырҙы.