Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 4:4 - Изге Яҙма

4 Шунан улдарың менән өйөгөҙгә инегеҙ ҙә, ишегегеҙҙе эстән бикләп, һауыттарға май тултырығыҙ. Тулған береһен ситкә ҡуя барығыҙ, – тине Ильясиғин.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 4:4
13 Referencias Cruzadas  

Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.


Беҙҙә эш итеүсе ҡеүәте менән һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй Алыусыға,


Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы.


Ғайса, икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡыны. Шунан ултырған кешеләргә өләште. Балыҡтарҙы ла һәр кемгә теләгән тиклем бирҙе.


Унан көлөргә тотондолар. Ғайса уларҙы сығарып ебәрҙе лә, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде.


Эй халҡым, өйөңә ҡас, ишегеңде биклә. Раббының асыуы күпкә түгел, Ул үткәнсе генә йәшенеп тор.


– Бөтә күршеләреңдән дә буш һауыт йыйып ал. Ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ.


Ҡатын уның янынан ҡайтып китте. Улдары менән өйгә инеп, ишекте бикләнеләр. Улдары буш һауыттарҙы биреп торҙо, ҡатын уларҙы май менән тултырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios