1 Тәхеткә ултырғанда Менашшеға ун ике йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә илле биш йыл батшалыҡ итте. Әсәһенең исеме Хефсиба ине.
Инде һине – «ташландыҡ», Ереңде «бушлыҡ» тимәҫтәр; Уның урынына һине «һөйгәнем минең», Илеңде иһә «ирле ҡатын» тиерҙәр. Сөнки Раббы һине һөйөр, Илең дә хужалы-ирле булыр.
Хизкияһ – Менашшеның, Менашше – Амондың, Амон Йошияһтың атаһы ине;
Һөйкөмлө боланыңдың, гүзәл ҡоралайыңдың күкрәктәре һәр ваҡыт кинәнескә сорнаһын, – уның һөйөүе менән ләззәтләнеп йәшә.
Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны Дауыт нәҫеле төрбәһенең үрге яғына дәфен ҡылалар. Хизкияһ вафат булғас, бөтә Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлим кешеләре уны хөрмәтләп оҙата. Уның урынына улы Менашше батша була.
Йоҫамдың улы – Ахаз, Ахаздың улы – Хизкияһ, Хизкияһтың улы – Менашше,
Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушылды, уның урынына улы Менашше батша булды.
Тәхеткә ултырғанда Менашшеға ун ике йәш була. Ул Йәрүсәлимдә илле биш йыл батшалыҡ итә.
Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен.
Минең исемемә бағышланған был ҡорамға ерәнгес боттарын ҡуйып, уны нәжесләнеләр.