Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 2:9 - Изге Яҙма

9 Аръяҡҡа сыҡҡас, Ильяс Ильясиғиндан: – Әйт, яныңдан алып кителгәнемә тиклем һиңә нимә эшләйем? – тип һораны. – Һинең рухыңдан миңә мираҫҡа ике өлөш ҡалһын ине, – тине Ильясиғин.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 2:9
23 Referencias Cruzadas  

Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ.


Ул яратмаған ҡатынының улын баш бала итеп танырға һәм үҙенең мөлкәтенән икеләтә өлөштө уға бирергә тейеш. Сөнки был бала – уның ирлек ҡеүәтенең тәүге емеше, баш бала хоҡуғы – унда.


Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк. Әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен.


Шунан һуң Петрус менән Яхъя Самария кешеләренең башына ҡулдарын ҡуйҙы һәм улар Изге Рухты ҡабул итте.


Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.


Раббы, болот эсендә килеп, Муса менән һөйләште, ундағы Рухтан бер өлөштө алып, етмеш аҡһаҡалға өләште. Рухтан илһамланып, улар пәйғәмбәрлек итә башланы, ләкин аҙаҡ туҡтаны.


Яҡшы етәкселек иткән өлкәндәрҙең, бигерәк тә һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте икеләтә баһаланһын.


Юғарыраҡ бүләктәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Ҡәлғәләрегеҙгә ҡайтығыҙ, Эй һеҙ, өмөтө тере әсирҙәр! Күргән ғазаптарың өсөн бөгөн, Сион, һиңә икеләтә фатиха иғлан итәм.


Эй бөйөк Хаким, Һинең ҡалҡыуың булыр, Йоҡонан уянғас та онотолған төш һымаҡ, Күләгә һымаҡ юҡҡа сығасаҡ был ямандар.


Шуға күрә миңә яҡшы менән яманды айырырлыҡ, халҡыңа ғәҙел хөкөм ҡылырлыҡ аҡыл бирһәң ине. Юғиһә Һинең ошо тиклем күмәк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен?


Муса фатиха биреп, ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.


Асафтың мәҙхиәһе. Ысынлап та, Алла Исраил халҡына, Йөрәге саф булғандарға игелекле.


Нимши улы Йеһуҙы иһә Исраилға батша итеп мәсехлә, Авел-Мехолалағы Шафат улы Ильясиғинды үҙеңдең урыныңа пәйғәмбәрлеккә бағышла.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios