Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 2:16 - Изге Яҙма

16 – Беҙ фәҡирҙәрең араһында бик көслө илле кеше бар, – тине улар. – Хакимыңды эҙләп килергә рөхсәт итһәң ине. Бәлки, Раббы Рухы уны берәй тауға йәки үҙән буйына алып барып ҡалдырғандыр. – Юҡ, йөрөмәһендәр, – тип яуапланы Ильясиғин.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 2:16
8 Referencias Cruzadas  

Эргәңдән китеүем булыр, Раббы Рухы һине әллә ҡайҙарға алып китер. Ахавҡа барып әйтермен, ә ул килер ҙә, һине бында тапмаһа, мине үлтерер. Мин ҡолоң йәш сағымдан алып Алланан ҡурҡҡан бәндәмен.


Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филиппусты алып китте, хәбәши уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте.


Күренмешемдә Раббы мине, Исраил еренә алып килеп, бик бейек тау башына баҫтырҙы. Тауҙың көньяғында ҡалаға оҡшаған биналар күрҙем.


Алланың Рухынан килгән күренмештә рух мине күтәреп алды ла халдейҙар еренә, һөргөндәгеләр янына, алып килде. Шунан мин күргән күренмеш юҡҡа сыҡты.


Ул, ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып, башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине.


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән иллеһе уларҙың артынан эйәрҙе һәм, Иорданға яҡынлашҡас, алыҫтараҡ туҡтаны. Ильяс менән Ильясиғин иһә йылға ярына килеп баҫты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios