1 Пеҡах Ремалъяһ улының Исраилға батшалыҡ итеүенең ун етенсе йылында Йәһүҙәгә Ахаз Йоҫам улы батша булды.
Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш.
Йәһүҙә батшалары Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙарҙа Морешеҫ кешеһе Михаға Самария һәм Йәрүсәлим хаҡында күренмеш менән Раббы һүҙе булды.
Йәһүҙәлә Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз, Хизкияһ батшалар, Исраилда Йеһоаш улы Яровғам батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа Беери улы Һошеяғҡа Раббы һүҙе булды.
Ғуззияһтан тыуған Йоҫамдың улы Ахаз Йәһүҙәгә батшалыҡ иткән осорҙа, Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Ремалъяһ улы Пеҡах Йәрүсәлимгә һөжүм иттеләр, әммә ҡаланы ҡулға төшөрә алманылар.
Йоҫам үлеп, ата-балалары хозурына күсте һәм боронғо бабаһы Дауыттың ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Урынына улы Ахаз батша булды.
Ахаздың Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Һошеяғ Эла улы ултырҙы һәм туғыҙ йыл батша булды.
Йоҫамдың улы – Ахаз, Ахаздың улы – Хизкияһ, Хизкияһтың улы – Менашше,
Шул саҡ Раббы Ишағыяһҡа былай тине: – Улың Шеар-Яшув менән Ахазды ҡаршыларға сыҡ. Ул өҫкө быуа арығының осонда Кейеҙсе баҫыуына барған юлда тора.
Раббы Ахазға тағы ла былай тине: