3 Ғазаръяһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатланы.
Ғуззияһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатлай.
Тәхеткә ултырғанда уға ун алты йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә илле ике йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йехольяһ Йәрүсәлимдән ине.
Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ һаман да уларҙа ҡорбан салыуын һәм хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.
Атаһы Ғуззияһ кеүек Йоҫам да Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.
Тәхеткә ултырғанда Ғуззияһҡа ун алты йәш була. Ул Йәрүсәлимдә илле ике йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йехольяһ Йәрүсәлимдән була.
Аса, Дауыт кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.