Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 13:6 - Изге Яҙма

6 Әммә улар Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам нәҫеленең гонаһтарынан ваз кисмәне, уларҙың юлын ҡыуҙы. Самарияла алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолға һаман да ҡала бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 13:6
15 Referencias Cruzadas  

Шулай уҡ ул Ашераға табыныр өсөн ҡолға ҡуйҙыртты. Шул рәүешле Ахав Исраил Аллаһы Раббының асыуын ҡабартырҙай яман эштәрҙе үҙенә тиклемге Исраил батшаларының барыһына ҡарағанда ла күберәк ҡылды.


Йеһоахаз Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, был гонаһтарҙан ваз кисмәне.


Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы.


Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарын емерҙе, табыныу бағаналарын ватты, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡып ташланы, шулай уҡ Муса яһаған баҡыр йыланды юҡ итте. Сөнки исраилдар, Нехуштан тип исем ҡушып, шул көндәргә тиклем уның алдында хуш еҫ төтәтә торғайны.


Аллалары Раббының бөтә бойороҡтарын үтәүҙән баш тарттылар, үҙҙәренә табыныу өсөн ике башмаҡ һыны ҡойоп алдылар, Ашераға ҡолға ҡуйҙылар, күк есемдәренә табындылар, Бәғелгә хеҙмәт иттеләр.


Әммә ул Неват улы Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан – Бейт-Ил менән Данда алтындан ҡойолған башмаҡтарға табыныуҙан – ваз кисмәне.


Ул тулыһынса Неват улы Яровғамдың юлынан китте һәм Исраил халҡын гонаһтарға батырып, мәғәнәһеҙ боттарға табыныуы менән Исраил Аллаһы Раббыны бик ныҡ асыуландырҙы.


Авиям атаһының яман юлын ҡыуҙы, ул ҡылған гонаһтарҙы ҡабатланы. Авиям үҙенең Аллаһы Раббыға бөтөн булмышы менән тоғро булған олатаһы Дауыт һымаҡ түгел ине.


Уларға былай эшләгеҙ: ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ, боттарын утта яндырығыҙ.


Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.


Йеһоаш Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, уның гонаһтарынан ваз кисмәне.


Атаһы Хизкияһ емерткән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙҙо. Исраил батшаһы Ахав кеүек Бәғелгә ҡорбан усаҡтары төҙөттө, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙырҙы, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табынды.


Залимға мәрхәмәт күрһәтелһә лә, Ул ғәҙеллеккә өйрәнмәҫ. Дөрөҫлөк хөкөм һөргән ерҙә яуызлыҡ ҡылыр, Раббының бөйөклөгөн ул күрмәҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios