Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 13:5 - Изге Яҙма

5 Раббы исраилдарға бер ҡотҡарыусы ебәрҙе. Шулай итеп, халыҡ арамиҙар золомонан ҡотолдо һәм элеккесә үҙ сатырҙарында тыныс йәшәй башланы.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 13:5
13 Referencias Cruzadas  

Шунан Һин уларҙы дошмандар ҡулына бирҙең, иҙелеүгә дусар булды улар. Әммә үҙҙәренә ауыр мәлдә Һиңә ялбарғас, күктән тороп Һин уларҙы ишеттең, икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, ҡотҡарыусылар ебәрҙең, улар халыҡты дошмандарынан ҡотҡарҙы.


Раббы Исраилдың исемен ер йөҙөнән юҡ итергә теләмәгәнгә күрә, уларҙы Яровғам Йеһоаш улы аша ҡотҡарҙы.


Исраил Аллаһы Раббының Үҙенең ҡоло Юныс пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренә ярашлы, Яровғам Исраилдың Лево-Хамаҫтан алып Ғарава күленә тиклемге биләмәләрен кире ҡайтарҙы. Юныс Амиттай тигән кешенең улы булып, Ғаҫ-Хефәр ҡалаһынан ине.


Исраил батшаһы Йеһоаш Бен-Һадад Хазаил улын өс тапҡыр тар-мар итте һәм, атаһы Йеһоахаз батшалыҡ иткән дәүерҙә, Хазаил яулап алған ҡалаларҙың барыһын да кире тартып алды.


Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Хаким.


Халыҡтың ҡотолоп иҫән ҡалғандары, Сион тауына күтәрелеп, Ғаяз тауына хакимлыҡ итер. Раббы батшалығы башланыр.


Былар – Мысырҙа Күк ғәскәрҙәре Раббыһы тураһында билдә һәм шаһитнамә булыр. Иҙелгән халыҡ Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы ебәрер. Ул халыҡты яҡлар һәм азат итер.


Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.


Йонаҫан, Дауытты саҡырып, ошоларҙың барыһын да һөйләп бирҙе. Шунан ул Дауытты Шаулға алып барҙы. Бынан һуң Дауыт элекке кеүек батшаға хеҙмәтен дауам итте.


Бына ниндәй үлтереүсе, унда ҡасып, ғүмерен һаҡлап ҡала ала: күңелендә электән дошманлыҡ булмайынса, икенсе берәүҙе яңылышлыҡ менән үлтергән кеше.


Ләкин Муса Раббыға: – Эй бөйөк Хакимым! Телгә шәп түгелмен мин. Элек тә телгә оҫталығым юҡ ине, әле Һин мин ҡолоң менән һөйләшкәндә лә килешле итеп һөйләй белмәйем. Мин тотлоғам, һаҡаумын, – тип ялбарҙы.


Шундай көндә өндәшмәй ҡалһаң, йәһүдтәргә ярҙам һәм ҡотолоу икенсе яҡтан килер, ә һин һәләк булырһың, һинең менән бергә ата йортоң ҡорор. Кем белә, бәлки, һин тап ошондай ваҡыт өсөн батшабикә булғанһыңдыр.


Раббы Йеруббәғелде, Баракты, Ифтахты, Шемуилды ебәрҙе һәм һеҙҙе уратып алған дошмандарығыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы. Хәүефһеҙ йәшәнегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios