Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 11:9 - Изге Яҙма

9 Йөҙ баштары Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәне. Шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде етәкселәре үҙ янына тупланы һәм Йеһоядағ ҡаһинға алып килде.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 11:9
4 Referencias Cruzadas  

Левиҙәр һәм барлыҡ йәһүҙиҙәр Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәй. Йөҙ баштары шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде үҙ янына туплай, сөнки Йеһоядағ ҡаһин бер кемгә лә китергә рөхсәт бирмәй.


Ошо Шеломиҫ һәм уның ағай-энеһе Раббыға бағышланған изге әйберҙәр һаҡлағысы өсөн яуаплы була. Был һаҡлағыста Дауыт батша, ғаилә башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, ғәскәр башлыҡтары Раббыға бағышлаған бүләктәр һаҡлана.


Етенсе йылда Йеһоядағ ҡаһин батшаның йәнһаҡсыларын һәм һарай һаҡсыларының йөҙ баштарын саҡыртты. Уларҙы үҙ янына – Раббы ҡорамына йыйҙы һәм, был кешеләр менән килешеү төҙөп ант иттергәндән һуң, батша улын күрһәтте.


Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios