Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 11:2 - Изге Яҙма

2 Ләкин Йеһошевағ – Йеһорам батшаның ҡыҙы һәм Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны – Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш исемле улын урлап алып, һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерҙе. Шулай итеп, Йеһошевағ арҡаһында, Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерҙеләр һәм ул тере ҡалды.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 11:2
24 Referencias Cruzadas  

Теге кеше миңә: – Көньяҡҡа ҡараған бүлмә – ҡорамда хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн;


– Рехав нәҫелдәренә бар ҙа улар менән һөйләш. Уларҙы Раббы йортондағы бүлмәләрҙең береһенә алып кил дә шарап ҡойоп бир.


Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».


бары шул саҡта ғына ҡолом Дауыт менән дә килешеүем боҙолор һәм уның тәхетенә ултырып батшалыҡ иткән улы булмаҫ ине. Шулай уҡ Миңә хеҙмәт иткән Леви тоҡомонан булған ҡаһиндар менән килешеү ҙә боҙолор ине.


Раббы былай ти: – Исраил тәхетендә Дауыттың нәҫеле мәңге ултырыр.


Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».


Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.


Ләкин Йеһошавғаҫ, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш тигән улын урлап алып, уны һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерә. Шулай итеп, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Йеһоядағ ҡаһиндың ҡатыны, Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны Йеһошавғаҫ Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерә һәм ул тере ҡала.


Тәхеткә ултырғанда Йоашҡа ете йәш ине.


Шулай булһа ла Раббы, ҡоло Дауыт хаҡына Йәһүҙәне һәләк итергә теләмәй ине, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргәйне.


Ахав улы Йорамдың Исраилда батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Йеһошафат әле Йәһүҙә батшаһы булған саҡта, тәхеткә уның улы Йеһорам ултырҙы.


Ҡорамдың тышҡы яғынан эшләнгән өс ҡатлы һәм һәр ҡаты биш терһәк бейеклегендә булған төкәтмә ҡорамға кедр бүрәнәләр менән беркетелгәйне.


Түбәнге ҡатҡа инә торған ишек ҡорамдың көньяғында ине. Түңәрәк баҫҡыстар буйлап – урта, унан юғары ҡатҡа күтәрелергә кәрәк ине.


Йылға-һыуҙарыңда тәлмәрйен мыжғып торор, улар һыуҙан сығып һарайыңа, йоҡо бүлмәңә, ятыр-торор урыныңа кереп тулыр, хеҙмәтселәреңдең, тотош халҡыңдың йорт-ерҙәрен баҫыр, мейесегеҙ, икмәк күнәктәрегеҙ тәлмәрйен менән тулыр.


Ул Ғофраға – атаһының йортона килде һәм бер таш өҫтөндә үҙенең бөтә ағай-энеһен, Йеруббәғелдең етмеш улын, үлтерҙе. Йеруббәғелдең иң кесе улы Йоҫам ғына иҫән ҡалды – йәшеренеп өлгөргәйне.


Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала һөт әсәһе менән бергә алты йыл буйына Раббы ҡорамында йәшенеп йәшәне.


Йеһуҙың Исраилда батшалыҡ итеүенең етенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоаш ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ҡырҡ йыл буйы батша булды. Әсәһе Сивья Беер-Шәвәғ ҡалаһынан ине.


Ул ваҡытта бала ғына булған Һадад, атаһына хеҙмәт иткән бер нисә Эдом кешеһе менән Мысырға ҡаса.


Йеһошафаттың улы – Йеһорам, Йеһорамдың улы – Ахазъяһ, Ахазъяһтың улы – Йоаш,


Батша үҙенең улы Йерахмеил менән Ғазриил улы Сераяһҡа, Ғавдеил улы Шәләмъяһҡа Барух кәтип менән Йермеяһ пәйғәмбәрҙе тотоп алырға бойороҡ бирҙе. Әммә Раббы уларҙы йәшергәйне инде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios