Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 10:5 - Изге Яҙма

5 Һарай идарасыһы, ҡала башлығы, аҡһаҡалдар, батша балаларының тәрбиәселәре Йеһуға: «Беҙ һинең ҡолдарың, ни әйтһәң, шуны эшләргә әҙербеҙ. Берәүҙе лә батша итеп ҡуйырға ниәтебеҙ юҡ. Үҙеңә нисек ҡулай, шулай эшлә», – тигән яуап ебәрҙе.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 10:5
11 Referencias Cruzadas  

Билдәренә ҡыл туҡыма урап, баштарына бау таҡтылар ҙа Исраил батшаһына киттеләр. – Ҡолоң Бен-Һадад ғүмерен һаҡлауыңды ялбара, – тинеләр. – Бен-Һадад тереме ни? Ул бит миңә туғаным кеүек, – тип яуап ҡайтарҙы Ахав.


– Әйткәнеңсә булһын, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы уға Ахав. – Үҙем дә, булған бөтә нәмәм дә һинеке.


Шуға аҡһаҡалдарыбыҙ һәм илебеҙ кешеләре беҙгә шундай бурыс йөкмәтте: «Юлға аҙыҡ-түлек алығыҙ ҙа шул халыҡ янына барығыҙ. Уларға: „Беҙ һеҙҙең ҡолдарығыҙ, беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ“, – тип әйтегеҙ».


Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ ул ваҡытта Лахиш ҡалаһында булған Ашшур батшаһына: «Һинең алдыңда ғәйеплемен. Минең илемдән кит. Күпме һораһаң, шул тиклем түләрмен», – тигән хәбәр ебәрҙе. Ашшур батшаһы Йәһүҙә батшаһынан өс йөҙ талант көмөш һәм утыҙ талант алтын талап итте.


– Беҙ һинең ҡолдарың, – тине ғивғондар Йушағҡа. – Һеҙ кем һәм ҡайҙан килдегеҙ? – тип һораны Йушағ уларҙан.


Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.


Тыңламағыҙ уларҙы. Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ ҙә йәшәгеҙ. Ниңә был ҡаланы харабаға әйләндерергә?


Был халыҡты ҡарынымда мин йөрөткәнме лә мин тыуҙырғанмы? Бағыусы сабый баланы йөрөткәндәй ҡулыма алып, уны Һин ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә илтергә ниңә ҡушаһың миңә?


Йеһу уларға икенсе хат күндерҙе. Унда: «Әгәр ҙә һеҙ, минең яҡлы булып, әйткәнемде тыңлаһағыҙ, хакимығыҙҙың улдарының башын ҡырҡып, иртәгә ошо ваҡытҡа Изреғилгә килтереп еткерегеҙ», – тип яҙылғайны. Батшаның етмеш улын ҡаланың иң күренекле кешеләре тәрбиәләй ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios