8 – Сәстәре ныҡ етек ине, биленә ҡайыш билбау таҡҡайны, – тип яуапланылар. – Тишбе ҡалаһынан Ильяс был, – тине батша.
Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы уға ризыҡ булды.
Ул көндө һәр пәйғәмбәр пәйғәмбәрлек иткән сағында күргән күренмеше өсөн оялыр; инде уларҙың береһе лә башҡаларҙы алдар өсөн пәйғәмбәрҙәрҙең ҡыл ябынсаһын кеймәҫ.
Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды.
Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.
Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Атайҙарҙың йөрәген балаларына табан борор, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббының килеүенә әҙерләр.
Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй.
Ошо мәлдә Раббы Амус улы Ишағыяһҡа: – Бар, билеңдәге ҡыл туҡымаңды, аяғыңдағы ҡатаңды сисеп ташла, – тине. Ишағыяһ үҙенә ҡушылғанды эшләне: яланғас һәм ялан аяҡ йөрөнө.
– Ҡаршығыҙға сығып был һүҙҙәрҙе әйткән кешенең ҡиәфәте ниндәй ине? – тип һораны батша.
Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.