Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 1:4 - Изге Яҙма

4 Шуға күрә лә Раббы батшағыҙға: „Ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерә». Ильяс Раббы ҡушҡанды эшләне.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 1:4
14 Referencias Cruzadas  

Белеп ҡуйығыҙ: һәр кешенең йәне Минеке: атаның йәне Минеке булған һымаҡ, баланың йәне лә Минеке. Кем гонаһ ҡылған, шул үләсәк!


– Юҡ, үлмәйһегеҙ, – тине йылан ҡатынға. –


тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең.


Ихлас тәҡүәлек юлы тормошҡа илтә, яуызлыҡҡа ынтылыусылар үлемгә ашыға.


– Раббы: «Исраилда Алла булмағандай, һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа илселәр ебәрҙең. Шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үлерһең», – тип әйтә, – тип белдерҙе ул батшаға.


Раббы һине генә түгел, Исраил халҡын да пелештиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Иртәгә һин дә улдарың менән минең янда буласаҡһығыҙ. Раббы исраилдарҙың ғәскәрен дә пелештиҙәр ҡулына бирер.


Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.


Улар былай тип яуапланы: – Бер кеше ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙгә: «Кире боролоғоҙ, һеҙҙе ебәргән батшаға ҡайтып әйтегеҙ, Раббы былай ти: „Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һин һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа ебәрәһең? Бына шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерҙе».


Һиңә килгәндә инде, бар, өйөңә ҡайт. Ҡалаға аяҡ баҫыуың булыр, балаң үлер.


сөнки Раббы, улар сүлдә үлеп ҡалыр, тип әйткәйне. Шулай итеп, Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа, уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы.


Илселәре кире ҡайтҡас, батша уларҙан: – Нишләп кире боролдоғоҙ? – тип һораны.


Ильяс Ахавҡа китте. Самарияла бик ҡаты аслыҡ ине.


– Ҡайтып уға: «Һауығаһың», тип әйт, тик Раббы миңә уның үләсәген белдерҙе, – тип яуапланы Ильясиғин.


Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios