Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІV Батшалар 1:2 - Изге Яҙма

2 Исраил батшаһы Ахазъяһ, Самариялағы һарайының өҫкө ҡатындағы бүлмәһенең тәҙрә рәшәткәһенән ҡолап, бик ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Ярандарын: – Барығыҙ, Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувтан белешеп ҡайтығыҙ, был ауырыуымдан һауыға алырмынмы? – тип йомошҡа ебәрҙе.

Ver Capítulo Copiar




ІV Батшалар 1:2
25 Referencias Cruzadas  

– Раббы: «Исраилда Алла булмағандай, һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа илселәр ебәрҙең. Шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үлерһең», – тип әйтә, – тип белдерҙе ул батшаға.


Йәрүсәлимдән килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Бәғел-Зевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.


Шәкерт – остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Бәғел-Зевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


илаһтарын утҡа яҡты. Тик был илаһтар Алла түгел, ә ағастан һәм таштан кеше ҡулы менән яһалған һындар ине. Шуға ла уларҙы юҡ иттеләр.


Уларҙың ҡайһы берҙәре: – Ул ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән ҡыуып сығара, – тине.


Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы?


Улар былай тип яуапланы: – Бер кеше ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙгә: «Кире боролоғоҙ, һеҙҙе ебәргән батшаға ҡайтып әйтегеҙ, Раббы былай ти: „Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һин һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа ебәрәһең? Бына шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерҙе».


Раббы фәрештәһе Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәргә былай тине: – Тор, Самария батшаһының илселәренә ҡаршы бар ҙа: «Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һеҙ һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа китеп бараһығыҙ? – тип әйт. –


Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар.


Паулус һөйләп торған ваҡытта тәҙрә төбөндә ултырған Әүтухус исемле йәш егетте йоҡо баҫты һәм ул, йоҡлап китеп, өсөнсө ҡаттан йығылып төштө. Күтәреп алғанда ул үле ине.


Йәш боланға, ғәзәлгә оҡшаған йәрем. Ҡара, диуар эргәһендә тора, Беҙҙең тәҙрәбеҙгә ҡарай, Рәшәткә аша күҙ һала.


Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?


Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәргәйне, Исраил батшаһын яраланы. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙалғайны. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә: – Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – тине.


Уға ун икмәк, ҡабартма, бер сүлмәк бал ал. Ул һиңә балаға ни буласағын әйтер, – тине.


Бынан һуң Алла һандығын Ғәҡронға ебәрҙеләр. Алланың һандығы ҡалаға инер-инмәҫтән, Ғәҡрон халҡы: – Беҙҙе – бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтөр өсөн Исраил Аллаһының һандығын беҙгә килтергәндәр! – тип яр һалды.


Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ!


Сисераның әсәһе тәҙрәнән тышҡа ҡарай, Күҙҙәрен ала алмай илай-һамаҡлай: „Ниңә уның яу арбалары һаман күренмәй, Тояҡ тауыштары ишетелмәй?“


Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың. Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр. Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр, Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар.


Ғәҡрон ҡалаһы урынлашҡан тауҙың төньяҡ битләүе буйлап барғас, Шиккерон яғына борола, Бағала тауын үтеп, Явнеил ҡалаһына килеп сыға һәм диңгеҙгә барып терәлә.


Ахав үлеп, ата-бабаларына ҡушылды. Урынына улы Ахазъяһ батша булды.


Аллалары Раббының бөтә бойороҡтарын үтәүҙән баш тарттылар, үҙҙәренә табыныу өсөн ике башмаҡ һыны ҡойоп алдылар, Ашераға ҡолға ҡуйҙылар, күк есемдәренә табындылар, Бәғелгә хеҙмәт иттеләр.


Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios