5 Тапалып бөткән, ҡат-ҡат йүнәтелгән ҡата һәм туҙып, теткеләнеп бөткән өҫ кейеме кейҙе. Үҙҙәре менән юлға алған икмәк кибеп, күгәреп бөткәйне.
Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяғына ҡата бирегеҙ,
Бына шарап турһығы. Беҙ уларға шарап тултырғанда, улар өр-яңы ине, ә хәҙер бөтөнләй туҙып бөттө. Оҙаҡ юлдан килә торғас, өҫ һәм аяҡ кейемдәребеҙҙең дә ҡарарлығы ҡалманы.
Биктәрең – тимер һәм баҡыр һинең, Ҡеүәтең ғүмерең буйы ҡаҡшамаһын.
«Һеҙҙе ҡырҡ йыл буйы сүллектә йөрөттөм, өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙ иҫкермәне, аяҡ кейемегеҙ туҙманы, – ти Раббы. –
хәйлә ҡорорға булды. Улар үҙҙәре менән ашамлыҡ алып юлға сыҡты: ишәктәренә туҙып бөткән тоҡтар һәм иҫкереп, тишелеп, ҡат-ҡат ямалып бөткән шарап турһыҡтары аҫып алды.
Улар Йушағ янына, уның Гилгалдағы тупламына ошо рәүешле килделәр ҙә Йушағ менән исраилдарға: – Беҙ йыраҡ илдән килдек, – тинеләр. – Беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ.
Бына беҙҙең икмәгебеҙ. Өйҙә, һеҙгә килергә әҙерләнгәндә, беҙҙең юллыҡ икмәгебеҙ йылы ине әле, хәҙер кибеп, күгәреп бөткән.